Эстәлеккә күсергә

Кирена (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кирена
Нигеҙләү датаһы б. э. т. 630
Рәсем
Тау һырты Jebel Akhdar[d]
Дәүләт  Ливия[1]
Административ-территориаль берәмек Ливия
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d][2]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Урта диңгеҙ
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы
Майҙан 131,675 гектар
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (ii)[d][3], (iii)[d][3] һәм (vi)[d][3]
Карта
 Кирена Викимилектә

Кирена, (бор. грек. Κυρήνη) — боронғо бөйөк ҡалаларҙың береһе, Киренаика өлкәһенең тарихи үҙәге.

Аполлонға арналған ҡала, хәҙерге Ливия территорияһында диңгеҙ порты Аполлониянан 16 км алыҫлыҡта, хәҙерге заман ҡалаһы Шаххат эргәһендә, Бенгазиҙан көнсығыштараҡ урынлашҡан. Уның харабалары Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡыһы булараҡ ЮНЕСКО тарафынан һаҡлана.

Геродот хәбәр итеүенсә, боронғо Ливияның төп ҡалаһына башта Платея утрауында, һуңынан ҡитғаның үҙендә, диңгеҙҙән ун алты километр алыҫлыҡта Фера утрауынан күсеп килеүселәр нигеҙ һала. Киренаның, йәки Кирананың беренсе батшаһы Батт-Аристотель була[4]. Нигеҙ һалыныуы ваҡыты беҙҙең эраға тиклем 630 йыл иҫәпләнә

Баттиадтар династияһы хакимлығы осоронда Кирена сауҙа һәм диңгеҙселек арҡаһында, юғары дәрәжәлә үҫешкә өлгәшә һәм Мысыр һәм Карфаген менән оҙайлы һәм аяуһыҙ көрәштән һуң бойондороҡһоҙ булып китә. Яҡынса беҙҙең эраға тиклем 540 йылдарҙа батша Аркесилай II туғандарының асыуы килә һәм көнбайыш ҡалаларҙан үҙаллы Барку дәүләте ойоштора. Баттиадтар власын фарсы батшаһы Камбиз юҡ итә һәм Киренаны Мысыр сатрапияһына (провинцияһына) берләштерә.

200 йыл дауам иткән фарсылар хакимлығы ваҡытында Кирена (беҙҙең эраға тиклем яҡынса 460 й.) республика була; ошо ваҡытҡа Киренаның философтар мәктәбенең алға китеүе ҡарай. Фиброндың оҙаҡ булмаған власынан һуң беҙҙең эраға тиклем 321 йылда Мысыр батшаһы Птоломей I Киренаиканы үҙенең власына буйһондора; биш ҡала — Кирена, Аполлония, Птолемаида (Барка), Арсиноя (Тавхира) һәм Береника (Евгесперида) — союз («пентаполь», йәғни биш ҡала) төҙөй, ул беҙҙең эраға тиклем 117 йылдан Птоломейҙар династияһының кесе тармағы итеп үҙгәртелә, уның һуңғы вәкиле Апион б.э. тиклем 96 йылда Киренаны римлеләргә тапшыра. Әммә ҡаланы ҡыҫҡа ваҡытҡа тирандар Никократ, ә һуңынан уның ҡустыһы Леандр баҫып ала. Римлеләр шулай ҙа ҡаланы һәм бөтә Киренаиканы яулап ала һәм уны административ рәүештә Крит провинцияһына ҡуша (б. э. тиклем 67 й.).

Христиан осоронда Киренала айырым епископ булған (V быуатта — Синезий кеүек билдәле). Киренаика киренаиктар мәктәбенә нигеҙ һалыусы философтар Аристипп һәм Карнеадтың, шағир Каллимахтың һәм географ Эратосфендың тыуған иле була. Уны ғәрәптәр емерә. Ҡаланы 643 йылда халҡы тулыһынса ҡалдыра. Грек дәүеренән байтаҡ емереклектәр һәм некрополь һаҡланып ҡалған, уның ҡаҙыныу эштәре XXI быуатта ла дауам итә.

  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. http://ar.thetimenow.com/libya
  3. 3,0 3,1 3,2 всемирное наследие
  4. Шубин В. И. Батт-Аристотель — основатель Кирены. Архивная копия от 7 октябрь 2008 на Wayback Machine

Киренаика // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)