Эстәлеккә күсергә

Зинина Клавдия Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Клавдия Васильевна Зинина битенән йүнәлтелде)
Зинина Клавдия Васильевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 11 декабрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (94 йәш)
Тыуған урыны Пенза өлкәһе, РСФСР, СССР

Зинина Клавдия Васильевна (11 декабрь 1929 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Клавдия Васильевна Зинина (ҡыҙ фамилияһы Болдырева) 1929 йылдың 11 декабрендә Пенза өлкәһе Никольское ауылында тыуған. Биш йәштән әсәһеҙ ҡалған.[1]

Шигоны ауылында алтынсы синыфты тамамлай.[1] Ун дүрт йәштән Куйбышев өлкәһенең (хәҙерге Һамар өлкәһе) Шигор районының «Пионер» совхозында эшләй башлай. Башта алмаш эшсе, һуңынан сусҡа ҡараусы буа. Механизация юҡлыҡтан, сускаларҙы һәм уларҙың бәрәстәрен ашатыу, таҙартыу ҡулдан башҡарыла. 1960-сы йылдан Клавдия Васильевна тулыһынса сусҡа һимертеү эшенә күсә. 1962 йылда ул эшләгән совхоз ҡул хеҙмәтен талап иткән эштәрҙе механизациялау процессына күскәс, сусҡа һимертеү аҙбары тулыһынса реконструкциялана. Клавдия ире менән шунда эшләй. Был хаҡта төбәк гәзите былай тип яҙа: «Улар, биш мең сусҡаны һимертеп, дәүләткә тапшырған иттең ауырлығы 4638 центнер булды. Был аҙмы, әллә күпме? Сағыштырыу өсөн башҡа һандарға мөрәжәғәт итәйек. Хужалыҡ үткән йылда 9,760 центнер, шул иҫәптән 6 мең центнер сусҡа ите тапшырҙы. Тапшырылған продукцияның яртыһы улар ҡулынан үтте.» 9 760 центнеров мяса, в том числе 6 тысяч центнеров свинины. Выходит, что половина сданной продукции прошла через их руки».[2] 8-се биш йыллыҡта (1966-1970) Клавдия Васильевна 21 мең 546 сусҡа һимертә, дөйөм ауырлығы 21 мең 796 центнер тәшкил итә. СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге Указы менән Зинина Клавдия Васильевна Ленин ордены һәм «Ураҡ менән Сүкеш» алтын миҙалы менән наградлана, ауыл хужалығын үҫтереүҙә һәм малсылыҡ продукцияһын һатыуҙа биш йллыҡ планды тормошҡа ашырыуҙа ирешкән уңыштары өсөн ул «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ була.

К. В. Зинина СССР Халыҡ Ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша, «Малсылыҡта РСФСР социалистик ярыш отличнигы» почётлы исеме бирелә.

«Пионер» совхозында утыҙ йыл эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Һамар өлкәһе Шигор районы Яңы Белоключье ауылында, артабан Шигон ауылында йәшәй. Герой ҡатын ауылдаштары араһында абруйлы кеше. Уны йыш ҡына йәштәр менән осрашыуға саҡыралар, осрашыуҙарҙа ул үҙенең хеҙмәт йыодары тураһында һөйләй.

Шигон районы вәкилдәре йыйылышында Зинина Клавдия Васильеваға «Шигон муниципаль районының почетлы гражданины» тигән исем бирергә ҡарар ителә.[3]

  • Трудовая слава Самары. Альманах. Выпуск 3. — Самара, 2014. — С. 33-34.