Клагенфурт дәүләт театры
Клагенфурт дәүләт театры | |
Дәүләт | Австрия[1][2] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Клагенфурт-ам-Вёртерзе[1][2] |
Архитектор | «Фельнер и Гельмер»[d] һәм Герман Гельмер[d] |
Архитектура стиле | архитектура модерна[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1910[3] |
Построено на месте | Stadttheater Klagenfurt[d] |
Обитатель | Клагенфурт дәүләт театры[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q1641593? |
Мираҫ статусы | объект архитектурного наследия Австрии[d][1] |
Адрес | Theaterplatz 4[1] |
Клагенфурт дәүләт театры Викимилектә |
Клагенфурт дәүләт театры — Австрияның Каринтия административ үҙәгендәге Клагенфурт муниципаль театры. Хәҙерге бинаһы Венаның «Fellner & Helmer» архитектура бюроһы тарафынан проектлана һәм 1910 йылда төҙөлөп бөтә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Клагенфуртта беренсе театр 1605—1620 йылдарҙа аҡһөйәктәр өсөн Ballhaus (Бал залы) булараҡ булдырыла. Залда даими рәүештә күберәген Венециянан Венаға бурғанда юл ыңғайы Клагенфуртта туҡтаған итальян артистары сығыш яһай башлай. XVIII быуат башында тетарға аҡһөйәктәрҙән тыш зыялылар, хәрбиҙәр, дәүләт хеҙмәткәрҙәре һәм бай сауҙагәрҙәр йөрөй. 1811 йылда ағас бина урынына таштан һалына һәм уны хәҙер «Иҫке театр» (Altes Theater) тип атап йөрөтәләр.
Бина Венаның «Fellner & Helmer» архитектура бюроһы тарафынан проектлана һәм 1906, 1907 йылдарҙа Гисен, Яблонец-над-Нисоу ҡалаларында һалынған театрҙарға оҡшаш була[4] Төҙөлөш 1908 йылда башлана һәм 1910 йылда тамамлана. Бина Австирия императоры Франц Иосиф I тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан асыла, шуға күрә «Kaiser Franz Joseph I. Jubiläumstheater» атамаһын ала.
1960 йылдарҙа бина ремонтлана, артабан инде унда 1996—1998 йылдарҙа Гюнтера Домениг проекты буйынса ремонт эшләнә.
Клагенфурт ҡала театры 2003, 2006 һәм 2011 йылдарҙа төрлө номинацияларҙа шағир Иоганна Непомука Nestroy исемендәге театр премияһына лайыҡ була. Ошо театрҙа эшләгән артистар Мартин Кушей, Бернд Лиепольд-Моссер, Михаэль Маертенс, Михаэль Шоттенберг һәм Мартин Зехетгрубер ҙа был премияға лайыҡ була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=at&srlanguage=de&srid=62048 — 2017.
- ↑ 2,0 2,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.theatre-architecture.eu/db/?theatreId=332 (ингл.) — Arts and Theatre Institute.
- ↑ Architekturzentrum Wien: «Ferdinand Fellner II.», (in German), retrieved 30 March 2013
Тышҡы һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Клагенфурт дәүләт театры Викимилектә |
- stadttheater-klagenfurt.at — Клагенфурт дәүләт театры рәсми сайты