Классик менән булған хәл
Классик менән булған хәл | |
Нигеҙләү датаһы | 1883 |
---|---|
Атамаһы | Случай с классиком |
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 7 (19) май 1883 |
Баҫылған | Осколки[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
«Классик менән булған хәл» — хикәйә. Антон Павлович Чехов 1883 йылда яҙған, тәүге тапҡыр 1883 йылдың 7 майында «Осколки» журналының 19-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. П. Чеховтың «Классик менән булған хәл» хикәйәһе 1883 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1883 йылдың 7 майында «Осколки» журналының 19-сы һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға, артабан А. Ф. Маркс нәшер иткән баҫмала «Ваня, әсәй, инәй һәм сәркәтип» исеме аҫтында донъя күрә.
Хикәйә Чеховтың гимназияла уҡығандағы тәьҫораттары нигеҙендә яҙылған (заманында Чехов грек теле арҡаһында гимназияла икенсе йылға ултырып ҡалған була).
Чехов тере саҡта хикәйә болгар, поляк, серб-хорват, чех һәм швед телдәренә тәржемә ителә.
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәнҡитсе А. Басаргин Чехов «Классик менән булған хәл» һәм «Яуыз малай» хикәйәләрендә «беҙҙең тәрбиләүҙәге «аномалияларыбыҙ», беҙҙең осһоҙ-ҡырыйһыҙ етешһеҙлектәребеҙ, бараһын да ҡарап бөтөрөргә өлгөрмәүсәнлегебеҙ һәм хаталарыбыҙ арҡаһында балаларыбыҙҙы физик һәм әхлаҡ яғынан зәғифләндереүебеҙ, уларҙы теләһә кем ҡулына тапшырыуыбыҙ, уларҙың һәләтлектәрен иҫәпкә алмайынса төрлө уҡыу йорттарына индереп уҡытып, уларҙы ыҙалап-ғазаплауыбыҙ яҙыусы тарафынан шул тиклем нескәлек менән тойолған һәм һүрәтләнгән», - тип яҙа[1]{0}[13]{/0}} (1936)
Л. Е. Оболенский: «Чеховтың иртә, башланғыс ижадының төп һыҙаты булып комик форманың трагик йөкмәтке менән оҫта рәүештә берләшеүе тора», - тип билдәләй». Бының миҫалы булып, уның уйынса, Чеховтың «Классик менән булған хәл» хикәйәһе тора[2].
Персонаждар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ваня Оттепелев, гимназия уҡыусыһы, ғаиләлә берҙән-бер ул бала.
- Ваняның әсәһе
- Ваняның инәһе
- Купоросов Евтихий Кузьмич, аҡыллы, ғилемле, тенор тауыш менән йырлай торған кеше.
Сюжет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гимназия уҡыусыһы Ваня Оттепелев грек теленән имтихан тоторға тейеш. Ул бик ныҡ тулҡынлана, имтиханға китер алдынан иконаларға табынып, уларҙы үбеп сыға, әсәһенән фатиха һорай, юлда китеп барғанда хәйерсегә саҙаҡа бирә. Ләкин имтиханда ул грек теле буйынса икеле билдәһе ала. Өйҙә әсәһенә нишләп икеле билдәһе алғанын аңлатырға тырыша, хаталанғанын әйтә. Артабан уны уҡытҡан Артаксероксовтың уға икеле ҡуйғаны тураһында һөйләй. Малай үҙен иң бәхетһеҙ кеше тип иҫәпләй.
Әсәһе Ваняны яфалаусы Ирод тип атап әрләй. Малайҙың инәһе баланы яҡлап сыға һәм уның әсәһенә: «Һин үҙең ғәйепле, сөнки дворян булыр өсөн балаңды яфалап гимназияға уҡырға ебәрҙең, ә уны һатыу эше буынса уҡытырға кәрәк ине»,- ти. Ҡатындар кемдең дөрөҫ булыу-булмауы тураһында бик оҙаҡ бәхәсләшә. Һуңынан әсәһе, улын ҡайыш менән ярырға ҡулынан килмәйәсәген белеп, ярҙамға уларҙа йәшәгән Евтихий Кузьмич Купоросовты саҡыра. Купоросов башта малайҙы өйрәтеп, телмәр тота, һуңынан ҡайышын сисеп алып, малайҙы ҡайыш менән аҡылға ултырта. Малай, бер өн дә сығармайынса, был яфаға түҙә. Кискеһен ғаилә кәңәшмәһендә ата-әсә малайҙы «сауҙа эше буйынса уҡытырға бирергә» ҡарар итә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Случай с классиком // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Случай с классиком 2017 йыл 5 май архивланған.. Оригинальный русский текст