Эстәлеккә күсергә

Книн һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Книн һарайы
Рәсем
Дәүләт Хорватия
Административ-территориаль берәмек Книн[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 345 метр
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән эзбизташ
Ғәмәлдән сыҡҡан дата XIX быуат
Мираҫ статусы Реестр культурных ценностей Республики Хорватия[d][1]
Асылған күренеш Книн[d]
Вид из этого места
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from Knin Fortress[d]
Карта
 Книн һарайы Викимилектә

Книн һарайы (хорв. Kninska tvrđava, йәки Книн ҡәлғәһе) — Хорватияның иң бейек тауы Динара (Динар) янында һәм Сава йылғаһы ҡушылдығы Крка йылғаһы башында урынлашҡан һарай. Был ҙурлығы буйынса Европалағы икенсе ҡәлғә һәм һаҡланыу-оборона нығытмаһы,[2] һәм Далмациялағы Шибен-Книн жупанияһының тарихи ҡалаһы. Ҡәлғәне төҙөү IX быуатта (VI быуатта ла төҙөлөүе мөмкин) башланған, ә хәҙерге тышҡы күренеше XVII һәм XVIII быуаттарҙан һаҡланған[3][4]. Ҡәлғә 1076 йылдан, Хорватия короле Дмитар Звонимир хакимлыҡ иткән йылдарҙан, һарай Хорватия Короллегенең сәйәси үҙәгенә әүерелгән дәүерҙән бирле, үҙенең юғары үҫешен кисергән.

Урынлашыуы һәм тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Спас тауы

Һарай Далмациянан континенталь Хорватияға һәм Боснияға илтеүсе төп транспорт артерияһында урынлашҡан. Книнский ҡәлғәһе Спас тауы (уба) түбәһендә, хорват ҡалаһы Книндан 100 метр үрҙәрәк урынлашҡан. Археологик ҡаҙылмалары күрһәтеүенсә, был территорияла кеше VI быуаттан бирле йәшәгән. Ҡәлғә ҙурлығы: оҙонлоғо 470 метр һәм киңлеге 110 метр. Тарихи һәм археологик мәғлүмәттәр етешмәү сәбәпле, һарайҙың тәүге күренеше тулыһынса билдәле түгел. Шул ваҡытта төҙөлгән шуға оҡшаш нығытмаларҙы анализлау нигеҙендә ҡоролған фараз буйынса, ул бейек диуар менән уратылған.

Ҡәлғә өс өлөштө үҙ эсенә ала: төньяҡ, урта һәм көньяҡ өлөштәрҙе. Ҡәлғәнең һәр өлөшө бойницалар һәм мылтыҡ өсөн тишектәр менән һаҡланған, һәм ҡаланың башҡа өлөштәре менән ҡапҡалар һәм айырыла торған күперҙәр менән тоташтырылған. Һуңғы тикшеренеүҙәргә ярашлы, ҡәлғәнең төньяҡ өлөшө VIII быуат уртаһынан XII быуат аҙағына тиклем осорҙа төҙөлгән.

Ҡәлғәгә төп инеү ҡапҡаһы имәндән эшләнгән барокко осоро таш ҡапҡанан торған/ Һарайға инеү ҡапҡаһы, бигерәк тә ихтимал булыуынса, Трогирҙан килгән төҙөүсе Игнаций Мацанович тарафынан төҙөлгән. Ҡапҡа өҫтөндә Венеция республикаһы символын күрергә мөмкин.

Ҡәлғәнең төньяҡ өлөшөндә, һул яҡтан, ҡасандыр ҡорал яһау оҫтаһы йорто булған; бөгөн был иҫке ратуша. Унан һулдараҡ казарма булған, хәҙер бында Книн музейы галереялары урынлашҡан. Шунда уҡ был районда беренсе археологик ҡаҙыныуҙар башлаған һәм боронғо хорват мәҙәниәте буйынса күп асыштар яһаған монах Луйо Маруниға (1857—1939) һәйкәл төҙөлгән.

Изге Варвара сиркәүендә рим папаһы Иоанн Павел II-нең 1994 йылда Книнда булған саҡтағы бүләге — ҡыңғырау һаҡлана. Ҡәлғәнең ағымдағы күренешен венеция хәрби инженеры Албергетти булдырған, ә ҡәлғәләге яҙыу төҙөлөштөң 1711 йылда тамамланыуы[5] тураһында һөйләй. Ҡәлғә тарихи ҡомартҡы булараҡ һаҡлана һәм Хорватияның мәҙәни мираҫы реестрына индерелгән.

Ҡәлғә элементы
«Дауыл» операцияһы иҫтәлегенә музей, 2015 йылда асылған

Хорваттар, бында йәшәргә килгәндән һуң, емерелгән боронғо рим ауылы (лат: castro Tignino) эргәһендә ошо ҡәлғәне төҙөгәндәр. Һарай хужалары, ул осорҙағы оборона ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында, ҡәлғәнең конструкцияһын даими камиллаштырғандар. Был хорват монархтарының резиденцияларының береһе булған, һәм, бәлки, һуңғараҡ төп резиденция ла булғандыр, сөнки Книндан Либурния һәм Далмация ерҙәре менән идара итеү һәм Гацк, Ликтағы һәм Крбавиҙағы мәжүси хорваттарҙы христианлаштырыу күпкә хәүефһеҙ булған. Кенәз Трпимир I осоронда[6].Книн эргәһендә төҙөлгән бер нисә сиркәү быға дәлил булып тора.

Ҡәлғә бер нисә парад залдан һәм хорват хакимдары һарайынан торған, был һарайҙа приказдар сығарылған һәм хорват монархтары, Книнда булғанда, үҙҙәренең һарай яны кешеләре менән йәшәгән. Спас яҫы таулығының башҡа, ҡалҡыуыраҡ көньяҡ, өлөшөндә дәүмәле буйынса бәләкәйерәк хакимдар урындағы идара башлыҡтарының резиденцияһы булған икенсе, Лаб, ҡәлғәһе (лат. Сastro Lab, Labwar) төҙөлгән.

Король Степан I Книн епархияһына 1040 йылда нигеҙ һалған һәм Драва йылғаһына саҡлы территорияны биләгән. Книн епискобы шулай уҡ «Хорват епискобы»[7] тигән номиналь титулға эйә булған.

XIV быуатта ҡәлғә оло һәм кесе ҡалаға бүленгән. Кесе ҡала нигеҙҙә оборона маҡсатында файҙаланылған, ә оло ҡалала губернаторҙар, епископтар һәм жупандар йәшәгән йорттар урынлашҡан булған. Ҡәлғә диуарҙарына ҡала яны торлаҡтары терәлеп торған. Ҡәлғәнең төньяҡ өлөшөндә үрге иҫке ҡала урынлашҡан, ә урта һәм түбәнге ҡалалар Урта быуаттар аҙағында төҙөлгән.

XV быуатта, Европаға ғосман баҫҡынсылары үтеү ҡурҡынысы янағанда, хәҙерге көндә ҡәлғәнең төп инеү урыны булып торған бер нисә өҫтәмә оборона диуарҙары төҙөлөүе бик тә ихтимал. Ҡәлғәнең ике нығытмаһы ла бер оборона комплексын тәшкил иткән. 1522 йылдың майында ғосман ғәскәрҙәре Книнды ҡамауға ала башлаған, һәм 1522 йылдың 29 майында был алыш ғосман еңеүе менән тамамланған.

Венеция картографы Пагано Маттео (1515—1588) Төньяҡ Далмация һәм Лик картаһында ҡәлғәнең тәүге иллюстрацияһы яҡынса 1525 йылда һүрәтләнгән. Фортификацияның тағы ла ентеклерәк һүрәтләнеше икенсе венециялы — хәрби инженер Орацио Антонио Альбергетти (1656—1690) 1688 йылда төрөктәрҙе ҡаланан ҡыуғанда эшләгән схемаһында урын алған.

  1. https://registar.kulturnadobra.hr/#/details/Z-4590
  2. Hrvatska enciklopedija, Dalibor Brozović, Leksikografski zavod «Miroslav Krleža», 1999, ISBN 953-6036-29-0
  3. Grad Knin — O Kninu — Kninska tvrđava 2011 йыл 22 май архивланған.
  4. Kninska tvrđava 2012 йыл 13 ноябрь архивланған.
  5. Starohrvatska prosvjeta, Izdavački zavod Jugoslavenske akademije, 1960
  6. Mužić Ivan. Hrvatska povijest 9. stoljeća. — 2006. — P. 110. 2011 йыл 22 май архивланған.
  7. Footprint Croatia, Footprint Travel Guides, 2004, ISBN 1-903471-79-6