Эстәлеккә күсергә

Кодак (ҡәлғә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кодак
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Иҫке Кодаки[d] һәм Днепропетровск өлкәһе
Архитектор Гийом Левассёр де Боплан[d]
Мираҫ статусы Украинаның күсерелмәй торған ҡомартҡыларының дәүләт реестры[d]
Карта
 Кодак Викимилектә

Койдак. Тарихи план фрагменты.

Кода́к[1] йәғни Койдак[2] (пол. Kudak) — Днепр йылғаһының уң ярында, Днепр ҡалаһының көньяҡ сигенән 1,5 км алыҫлыҡта Иҫке Кодаки ауылы территорияһында урынлашҡан ҡәлғә.

«Кодак» атамаһы төрки телдән тәржемә иткәндә «тау башында тораҡ».

Ҡәлғә 1635 йылдың июлендә крәҫтиәндәрҙең Ҡара диңгеҙгә сығыуҙы ябыу һәм Запорожьеға ҡасыуға ҡамасаулау маҡсатында төҙөлә, башҡа сығанаҡтарҙа Днепр утрауҙарын Запорожье казактарынан таҙартыу маҡсатында төҙөлә тип күрһәтелә[3]. Замандаштар ҡәлғәне «Запорожьеға асҡыс» тип атағандар. Кодак ҡәлғәһе таж гетманы Станислав Конецпольский фарманы буйынса француз инженеры Гийом Левассер де Боплан етәкселегендә төҙөлә[3].

Ҡәлғәне төҙөү өсөн Польша сеймы 100 мең поляк злотыйҙары бүлеп бирә. Ҡәлғә гарнизоны француз офицеры Жан Марион башлығындағы 200 немец ялланма драгундан торған. Гарнизон башлығы Жан Марион Запорожье казактарын көньяҡҡа үткәрмәгән, уларға ҡәлғә янынан үтергә, Днепрҙа балыҡ тоторға тыйған һәм башҡаса уларҙы ҡыҫырыҡлаған.

1635 йылдың авгусында атаман Иван Михайлович Сулима командалағындағы Запорожье казактары походтан ҡайтышлай, төндә ҡапыл Кодак ҡәлғәһенә һөжүм яһай һәм гарнизонды юҡ итеп уны ала һәм емерә[2]. Гарнизон составынан разведкала йөрөгән тик 15 драгун иҫән ҡала. Комендант Жан Марион язалап үлтерелә.

1639 йылда ҡәлғә немец инженеры Фридрих Геткант тарафынан тергеҙелә, уның ҙурлығы өс тапҡыр тиерлек киңәйә, католик костёл һәм монастырь, православие сиркәүе төҙөлә, ә гарнизон иҫәбе 600 ялланма яугирға тиклем арттырыла. Ут ҡеүәтен артиллерия менән көсәйтелә, ҡәлғәнән өс километр алыҫлыҡта ҡарауыл башняһы төҙөлә. Кодак губернаторы шляхтич Ян Жолтовский, ә комендант Адам Конецпольский (гетман Станислав Концпольскийҙың туғаны) була.

1648 йылдың сентябрендә ҡәлғәне алыуға полковниктар П. Шумейко, М. Нестеренко һәм Я. Вовченко командалығындағы өс казак полкы ебәрелә. 1648 йылдың 1 октябрендә Кодак ҡәлғәһе алышһыҙ бирелә. Богдан Хмельницкий тарафынан Койдак ҡәлғәһе Кесе Рәсәй казак ғәскәренең йыйылыу урыны тип иғлан ителә[2]. Ҡәлғәнең ату ҡоралдары алып ташлана, ә ҡәлғә үҙе үҙенең әһәмиәтен 1654 йылға тиклем юғалта.

Гетман Иван Мазепа осоронда Кодак ҡәлғәһе Запорожье Сечына ҡаршы ҡарауыл посы булып тора. 1711 йылда Прут тынысылыҡ килешеүе шарттары буйынса яҡындағы башҡа ҡәлғәләр менән бергә емертелә.

1734—1775 йылдарҙа Кодак казак слободаһы, Кодак паланкаһы үҙәге була. XVIII быуат аҙағында исеме Иҫке Кодаки тип үҙгәртелә һәм бында Яңы Сечь юҡ ителгәндән һуң күп кенә Запорожье казактары килеп төпләнә. Кодак ҡәлғәһенең харабалары әлеге көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған.

1910 йылда Дмитрий Иванович Яворницкийҙың инициативаһы буйынса ҡәлғә урынында иҫтәлекле билдә ҡуйыла.

1940 йылда ҡәлғә урынында гранти карьеры булдырыла, ул ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт осоронда ҡәлғәнең яҡынса 90 % юҡ итә. Хәҙерге ваҡытта, карьер батырылғандан һуң, тик төньяҡ ер валдары һәм күл һаҡланып ҡалған.

  1. Кодак // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  2. 2,0 2,1 2,2 Казацкие Малороссийские войны // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  3. 3,0 3,1 Сулима, Иван Михайлович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  • Дневник Б. К. Машкевича 1643—1649 г. В кн.: Мемуары, относящиеся к истории Южной Руси, т. 2. Киев, 1896.
  • Кодак // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  • Казацкие Малороссийские войны // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  • Сулима, Иван Михайлович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.