Коколети күпере
Коколети күпере — Аджария Автономиялы Республикаһының Хелвачаури мунииципалитетындағы милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы
Аркалы Коколети күпере Коколети йылғаһының өҫтөндә урынлашҡан. Батумиға тиклем аралыҡ 40 саҡрым. Күперҙең ҙурлығы 10 х 10, һыу өҫтө кимәленән бейеклеге — 5,15 метр тәшкил итә. Пирстың уң яҡ яғында таш өйөмдәре (бейеклеге 1,54 см, ҡалынлығы -0,24 м, киңлеге -0,90 м). Күперҙең киңлеге уртаһында 1,70 метр, һул яҡтан инеү урынының оҙонлоғо -8 метр, киңлеге -2,85 метр. Уң яҡтан - 2,40 м һәм 2,30 м.
Күперҙең ярыҡтары юҡ. Тик бер тар ғына 0,6х0,8 см ҙурлыҡтағы еге бар.
Аркалы күперҙе XVIII быуатта йәшәгән Ахмед-Ага Хинкиладзе төҙөй.
2006 йылдың 7ноябрендә Грузияның президентының указына ярашлы Коколети күперенә милли әһәмиәтттәге мәҙәни мираҫ номинацияһы тапшырыла.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- საქართველოს პრეზიდენტის ბრძანებულება № 665 კულტურის ზოგიერთი უძრავი ძეგლისათვის ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის მინიჭების შესახებ 2020 йыл 30 октябрь архивланған., საქართველოს საკანონმდებლო მაცნე, თბილისი, 07.11.2006.
- ხელვაჩაურის მუნიციპალიტეტი — მატერიალური კულტურის ძეგლები(недоступная ссылка). ხელვაჩაურის მუნიციპალიტეტის ოფიციალური ვებ-გვერდი. გვ, 1.