Конгруэнтлыҡ (геометрия)
Конгруэнтлыҡ | |
Тамғалау | ≅[d] |
---|---|
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Конгруэнтлыҡ Викимилектә |
Конгруэнтлыҡ (лат. congruens, сығанаҡ килеш congruentis — «үлсәмдәш», «ярашлы») — геометрик фигуралар (киҫектәр, мөйөштәр һ. б.) күмәклегендә эквивалентлылыҡ бәйләнеше. Йәки, мәҫәлән Гильберт аксиомалар системаһындағы кеүек аксиоматик ысул менән (бында, мәҫәлән, киҫектәргә, мөйөштәргә йәки өсмөйөштәргә конгруэнтлыҡ, геометрик тигеҙлек төшөнсәләрен ҡулланып була), йәки ниндәйҙер үҙгәртеүҙәр төркөмө, йышыраҡ хәрәкәттәр нигеҙендә индерелә[1].
Әгәр бер фигураны икенсеһенә сағылдырыусы изометрия булһа, был ике фигура конгруэнт йәки тигеҙ тип атала. Мәҫәлән, Евклид геометрияһында, әгәр яҫы фигураларҙың береһен икенсеһенә параллель күсереү, боролош йәки көҙгөләгесә сағылыу (йәки уларҙың композицияһы) ярҙамында сағылдырып булһа, ике яҫы фигура конгруэнт тип атала.
Ике фигураның конгруэнтлығы ғәҙәттә математик (шулай уҡ Тигеҙлек символы мәҡәләһен ҡарағыҙ) символы менән тамғалана. Мәҫәлән:
яҙыуы ABC өсмөйөшө DEF өсмөйөшөнә конгруэнт тигәнде аңлата.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гомотетия
- Оҡшашлыҡ
- Күпҡырҙар тураһында Коши теоремаһы — ҡабарынҡы күпҡырҙарҙың конгруэнтлыҡ билдәһе.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Математическая энциклопедия, 1979, с. 1013
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Конгруэнтность // Математическая энциклопедия (в 5 томах). — М.: Советская Энциклопедия, 1979. — Т. 2.