Эстәлеккә күсергә

Константинова Инесса Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Константинова Инесса Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1924[1][2]
Тыуған урыны Киверичи[d], Рамешковский район[d], Тверь өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1944[1][2]
Вафат булған урыны Пустошкинский район[d], СССР
Ерләнгән урыны Кашин[d]
Һөнәр төрө автор дневника
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Константинова Инесса (Ина) Александровна (19244 март 1944) — совет партизаны-разведчицаһы, Бөйөк Ватан һуғышы геройы.

Инесса Александровна Константинова 1924 йылда Киверичи ауылында (хәҙерге Тверь өлкәһе) тыуған. Бала сағын Кашин ҡалаһында, ата-әсәһе һәм һеңлеһе менән йәшәп үткәрә[3]. Кашин ҡалаһының № 1 урта мәктәбендә уҡый, 1939 йылдан ВЛКСМ ағзаһы була. 1942 йылда Калинин өлкәһендә һуғыш барғанда мәктәпте тамамлай[4].

Һуғыш башынан алып шәфҡәт туташы булып эшләп, Инесса полицайҙар тарафынан зыян күреүсе яугирҙәргә ярҙам итә[5]. 1942 йылдың июленән ул рәсми рәүештә партизан хәрәкәтендә тора, 2-се Калинин партизан бригадаһында разведчица булып хеҙмәт итә (1-се Калинин партизан корпусы)[4][6]. Ул күп тапҡыр фронт һыҙығын үтә, РККА яугирҙәре һәм партизандар өсөн ҡиммәтле мәғлүмәттәр таба. Карателдәргә ҡаршы алышта ҡатнаша. Үҙенең хеҙмәте өсөн II дәрәжә «Ватан һуғышы партизанына» миҙалына лайыҡ була, 1943 йылдан башлап — ВКП(б.) ағзалығына кандидат.

1944 йылдың 4 мартында Инесса Константинова, разведкала булып һәм иптәштәренең сигенеүен ҡаплап, өҫтөнлөк иткән немец көстәре менән алышта Лукьяново ауылы эргәһендә һәләк була (Псков өлкәһе Пустошкино районы)[4][7]. Икенсе көндө ҡарағай аҫтында кәүҙәһе табыла[5]. Инесса Александровна Константинова үлгәндән һуң 1944 йылда II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Инесса 1949 йылда Кашинда ерләнә.

1947 йылда уның көндәлектәре баҫылып сыға, уны партизан рәттәрендә булған сағында алып барған була. Көндәлеге күп телдәргә тәржемә ителә һәм сит илдәрҙә баҫылып сыға. 1970 йылда уның исеме менән Кашин ҡалаһында урам йөрөтә[4].

  1. 1,0 1,1 Swartz A. Ina Aleksandrovna Konstantinova // Open Library (ингл.) — 2007.
  2. 2,0 2,1 Ina Aleksandrovna Konstantinova // Faceted Application of Subject Terminology
  3. Holliday, Laurel. Why Do They Hate Me?: Young Lives Caught in War and Conflict. New York: Simon and Schuster, 1999. ISBN 0-671-03454-5, ISBN 978-0-671-03454-2. P. 88.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 "Константинова Инесса Александровна (1924-44) 2012 йыл 21 декабрь архивланған. Энциклопедический Справочник «Тверская Область», 2009 (рус.) Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Tver Oblast Encyclopedic Directory» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  5. 5,0 5,1 Werner, Emmy E. Through the Eyes of Innocents: Children Witness World War II. Boulder, Colorado: Westview Press, 2001. ISBN 0-8133-3868-9, ISBN 978-0-8133-3868-2. P. 36.
  6. Glantz, David M. Women in War: The Red Army’s Experience // The Journal of Slavic Military Studies. 12.1 (March 1999), pp. 208—212.
  7. Werner, Emmy E. Through the Eyes of Innocents: Children Witness World War II. Boulder, Colorado: Westview Press, 2001. ISBN 0-8133-3868-9, ISBN 978-0-8133-3868-2. P. 37.