Конституция
Конститу́ция (лат. constitutio — «төҙөлөш, ҡоролош») — илдең төп законы, дәүләттең йәки федератив дәүләттә территориаль берәмектең, шәхестең сәйәси, хоҡуҡи, иҡтисади статусын билдәләгән юғары юридик көскә эйә булған норматив-хоҡуҡи акты. Ул дәүләттең сәйәси, хоҡуҡи һәм иҡтисади системалары нигеҙен билдәләй[1].
Конституция — илдәге йәмғиәт һәм дәүләт ҡоролошон, һайлау системаһын, дәүләт органдарының төҙөлөш һәм эш принциптарын, граждандарҙың хоҡуҡтарын, бурыстарын билдәләгән төп закон. Күпселек илдәрҙә Конституция Учредительное собраниела йәки референдум юлы менән ҡабул ителә.
Матди иәғәнәлә Конституция — дәүләттең юғары органдарын, уларҙың формалашыу һәм эшләү тәртибен, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен һәм компетенцияларын, шулай уҡ индивидтың дәүләт власына мөнәсәбәтенең принципиаль бурыстарын билдәләгән хоҡуҡи нормалар тупланмаһы.
Йәмәғәт килешеүе теорияһы Конституцияны халыҡ менән дәүләт араһындағы килешеү тип билдәләй, унда дәүләттең формалашыуы һәм яҡтарҙың мөнәсәбәте тәртибе асыҡлана.
Хоҡуҡиәттә был терминдың юридик һәм фактик билдәләмәһен айыралар. Юридик конституция — йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙең билдәле мөхитен көйләүсе хоҡуҡи нормалар системаһы. Фактик конституцияны ғәмәлдәге мөнәсәбәттәр билдәләй[2].
Классификация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Формаһы буйынса Төп Закон ике төркөмгә бүленә:
- яҙылған
- яҙылмаған.
Яҙылған конституциялар берҙәм норматив актты (күпселек илдәрҙә) йәки бер нисә конституцион йә органик ҡанундарҙы тәшкил итә (мәҫәлән, Швеция Конституцияһы, Испания Конституцияһы).
Яҙылмаған конституциялар төрлө акттарға бүлгеләнгән конституция рәүешендәге нормаларҙан, шулай уҡ конституцион ғәҙәттәрҙән тора (англосаксон хоҡуҡи ғаиләләргә (АҠШ-тан тыш), Бөйөк Британия Конституцияһына хас).
Яҙылған конституциялар үҙ сиратында:
- Кодланған (Конституция тип аталған бер норматив акттан тора). Мәҫәлән, Франция, Рәсәй, АҠШ Конституциялары.
- Кодланмаған (бер ҡайҙа ла «конституция» тип теркәлмәгән ҡанундарҙан, суд прецеденттарынан, хоҡуҡи ғәҙәттәрҙән, доктриналарҙан тора). Мәҫәлән, Яңы Зеландия, Бөйөк Британия.
Конституциялар:
- ғәҙәттән тыш йыйылған парламент (учредительное собрание) (мәҫәлән, Франция Конституцияһы, 1947 йылғы Италия Конституцияһы, 1948 йылғы Чехословакия Конституцияһы, 1946 йылғы Югославия Конституцияһы, Румыния Конституцияһы, 1946 йылғы Албания Конституцияһы, 1918 йылғы Германия Конституцияһы, Греция Конституцияһы, Болгария Конституцияһы, 1920 һәм 1952 йылғы Польша Конституцияһы, Норвегия Конституцияһы)[1];
- даими эшләүсе парламент (мәҫәлән, Дания Конституцияһы, 1978 йылғы РСФСР Конституцияһы, 1968 йылғы ГДР Конституцияһы, 1949 һәм 2011 йылғы Венгрия Конституцияһы, 1997 йылғы Польша Конституцияһы)
- депутаттар советы съезы (1918, 1925, 1937 йылғы РСФСР Конституцияһы)
- ваҡытлы парламент (1919 йылғы Чехословакия Конституцияһы, 1949 йылғы ГФР Конституцияһы, 1949 йылғы ГДР Конституцияһы
- халыҡ (1958 йылғы Франция Конституцияһы, 1993 йылғы Рәсәй Конституцияһы)
- ил башлығы[1] (1971 йылғы Германия Конституцияһы, 1814 йылғы Франция Конституцияһы, 1861 йылғы Италия Конституцияһы, 1906 йылғы Рәсәй Империяһының Төп Законы) тарафынан ҡабул ителә.
Шулай уҡ конституцияла өҫтәмәләр һәм төҙәтеүҙәр индереү тәртибе билдәләнә. Төҙәтеүҙәр һәм өҫтәмәләр индереү буйынса һығылмалы, ҡәтғи һәм ҡатнаш конституциялар айырыла:
- Һығылмалы конституцияларҙы үҙгәртеү ябай ҡанун ҡабул итеү юлы менән башҡарыла. Конституцион нормаларҙы үтәгән артабанғы һәр закон йә алдағыһын үҙгәртә, йә быға тиклем ябай закон менән көйләнмәгән йәки көйләнгән положениелар индерә. Быға РСФСР-ҙың 1978 йылда ҡабул ителгән Конституцияһын миҫал итеп килтерегә була. 1989—1992 йылдарҙа уға төҙәтеүҙәр индереү аша илдең дәүләт ҡоролошо үҙгәртелә (властар биленеше индерелә).
- Ҡәтғи конституцияларҙы үҙгәртеү йәки мөмкин түгел йәиһә бик ҡатмарлы.
- Ҡатнаш конституцияларға, үҙгәртеүҙәр тыйылған главаларҙан тыш, үҙгәрештәр индерергә була (Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы).
Бынан тыш, ваҡыты буйынса конституциялар ваҡытлыса һәм даимиға бүленә[2].
Конституцияның башҡа норматив хоҡуҡи акттарҙан айырмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ойоштороу характерына эйә (дәүләт ҡоролошон, төп бурыстарҙы һәм хоҡуҡтарҙы (азатлыҡты) нығыта, дәүләт формаһын һәм дәүләт власының юғары органдары системаһын билдәләй).
- Юғары юридик көскә эйә (конституция дәүләт территорияһында ғәмәлдә. Барлыҡ ҡанундар һәм башҡа хоҡуҡи акттар Төп Закон һәм уға ярашлы сығарыла).
- Сағыштырмаса тотороҡлолоҡ менән айырыла.
- Ағымдағы ҡануниәт өсөн нигеҙ булып тора.
- Ҡабул итеү һәм үҙгәрештәр индереү тәртибе менән айырыла.
- Туранан-тура ғәмәлдәге хоҡуҡи акт булып тора (конституция нормалары дәүләт власының ниндәйҙер органы йәки вазифалы кешеләр раҫлауына мохтаж түгел).
- Дәүләттең барлыҡ территорияларында ла өҫтөнлөккә эйә.
Конституцияларҙың йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәғлүи булыуынса, барлыҡ конституцион акттар ҙа йөкмәткеләре буйынса бер иш. Улар түбәндәге роложениеларҙан тора:
- Дәүләт власы ойошмаһын билдәләү, власть органдарының хоҡуҡтары һәм вәкәләттәре, уларҙың граждандарға мөнәсәбәте.
- Граждандарҙың бурыстары һәм төп хоҡуҡтары — гражданлыҡ азатлыҡтары.
Уларға түбәндәге гражданлыҡ хоҡуҡтары һәм бурыстары инә:
- Шәхси тейелгеһеҙлек хоҡуғы, йәғни судтың ҡулға алыуҙар, тентеүҙәр, шәхси хатлашыу серен контролләүе.
- Хеҙмәт һәм күсеп йөрөү азатлығы, йәғни паспорт полицияһы режимын бөтөрөү.
- Намыҫ азатлығы.
- Һүҙ һәм матбуғат азатлығы.
- Гражданлыҡ тиңлек — ҡатлам өҫтөнлөктәрен юҡҡа сығарыу һәм дин тотоу сикләүҙәрен бөтөрөү.
- Йыйылыштар һәм берлектәр азатлығы.
- Петиция биреү хоҡуғы.
- Граждандарҙың халыҡ һәм урындағы өлкә вәкиллегендә, властарҙың эшмәкәрлеген контролләүҙә, илдең сәйәси һәм ижтимағи эшмәкәрлегендә ҡатнашыу хоҡуғы.
Был положениелар конституцион хоҡуҡ тип атала, ә уларҙың системаһы — конституционализм була.
Конституцияның функциялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләттең социаль системаһынан тыш, һәр констиуцияға ҡайһы бер функциялар хас:
- Ойоштороу функцияһы
Уға ярашлы, конституция йәмәғәт тормошоноң артабанғы үҫеше өсөн сәйәси һәм хоҡуҡи нигеҙ булып тора. Шулай итеп Тҡп Закон йә ғәмәлдәге кешелек эшмәкәрлеген нығытып ҡуя, йә йәмғиәттә өлгөрөп еткән, әммә хоҡуҡи нигеҙ булмағанлыҡтан булмаған яңы ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе булдырыу өсөн нигеҙ эшләй. Бындай башланғыс дәүләттең сәйәси (ижтимағи) системаһының аныҡ дәүләт-хоҡуҡи институттарға мөнәсәбәтендә сағылыш таба.
- Ойоштороу функцияһы яуланған ҡаҙаныштарҙы нығытып ҡына ҡалмай, шул уҡ ваҡытта йәмғиәт һәм дәүләт алдына яңы бурыстар ҙа ҡуя. Шулай уҡ ул сәйәси активлыҡты арттыра, дәүләт органдарына һәм йәмәғәт берләшмәләренә, барлыҡ граждандарға яңы Тҡп Закон сиктәрендә эшмәкәрлек алып барыу рухындап йүнәлеш бирә. Шулай итеп, Конституция тейешле факторҙарҙы сағылдырып ҡына ҡалмай, шул уҡ ваҡытта уларға өлгәшеү механизмдарына ла эйә.
- Тышҡы сәйәси функция сәйәси тормошҡа ғына йүнәлтелмәгән, ә дәүләттең тышҡы сәйәси эшмәкәрлеге нигеҙе лә булып тора.
- Идеологик функция Конституцияла айырым сәйәси тәғлимәттәрҙе өҫтөнлөклө итеп нығытыуҙа сағыла. Уны тормошҡа ашырыу миҫалы булып СССР Конституцияһы тора.
- Гуманистик функция. Конституция дөйөм кешелек ҡиммәттәрен тормошҡа ашыра, цивилизациялы йәмғиәткә хас булған кеше хоҡуҡтарын нығыта, халыҡ-ара хоҡуҡ принциптарын һәм нормаларын дәүләттең хоҡуҡи системаһының бер өлөшө тип иғлан итә.
- Юридик функция
Уның асылы — илдә яңы хоҡуҡи система һәм тәртип нигеҙе булып тороуҙа, шулай уҡ ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе үҙе көйләүҙә, тура йоғонтоло документ булараҡ, ошо мөнәсәбәттәрҙең барлыҡҡа килеүенә нигеҙ булып тороуҙа. Бынан тыш, ул ҡануниәтте үҫтереүгә, Конституцияның айырым положениеларын һәм дөйөм идеяларын берләштергән яңы норматив-хоҡуҡи акттар ҡабул итеүгә этәргес бирә[3].
Ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың Төп Законға ярашлы булыуын суд власының махсус органы — Конституция суды контролләй. Ҡайһы бер илдәрҙә был функцияны Юғары суд башҡара.
Төп норматив хоҡуҡи акт булараҡ Конституция
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәр конституцияға уны дәүләттең төп хоҡуҡи норматив акт сифатында билдәләүсе билдәләр (юридик сифаттар) хас. Уларға түбәндәгеләр инә:
- Конституция хоҡуҡи акттар иҫәбенә инә һәм уның барлыҡ һыҙаттарына эйә. Ул юридик яҡтан башҡа хоҡуҡи акттарҙан өҫтөн, шулай уҡ сәйәси өҫтөнлөккә лә эйә — дәүләттең юғары идара органдары уның положениеларына ҡаршы эшмәкәрлек алып бара алмай. Бындай берҙәм юғары акт миҫалы булып Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы тора. Конституцион хоҡуҡиәттә бындай документты «яҙылған конституция» тиҙәр. Берҙәм конституцион документ юулмағанда, төрлө йылдарҙағы акттар таныла, быны «яҙылмаған конституция» тип атайҙар.
Ҡайһы бер илдәрҙә төп хоҡуҡи актҡа башҡа бер нисә норматив акт бәйләнә һәм улар, ғәҙәттә, конституцион ҡанундар, тип атала. Ҡайһы берҙә төп хоҡуҡи ждокумент булып изге яҙыуҙар тора, дәүләттә ҡабул ителгән закондар уларға ҡаршы килә алмай.
- Башҡа норматив документтарға ҡарата юридик өҫтөнлөгө Конституцияның өҫтөнлөгө аңлата. Был федераль закондарға ғына түгел, ә федераль конституцион закондарға ла ҡағыла. Улар тулыһынса Конституцияла нығытылған положениеларға тулыһынса тап килергә һәм ниндәй генә хәл-торош булғанда ла уларға ҡаршы килергә тейеш түгел.
- Конституция — илдәге ҡануниәттең йөкмәткеһен һәм характерын билдәләүсе ҡануниәт базаһы.
Ҡануниәт Конституцияның күрһәтмәләрен үҫтерә. Ул тәрлә йәмәғәт мөнәсәбәттәрен көйләгәндә уның положениеларынан сыға. Бик йыш Конституция положениеларын үҫтереүсе норматив акттар ҡабул итеү зарурлығы тыуа.
Конституция тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо Римдың Төп ҡанундары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге конституцияларҙың прообразы булып Боронғо Греция полистарында урынлаштырылған ойоштороу закондарын килтеррегә мөмкин. Улар араһында бигерәк тә Афиналағы Солон һәм Клисфен ҡаннудары билдәле. Римдә шундай ҡануниәтсе ролендә батша Сервий Туллий сығыш яһай. Спартандың яҙылмаған конституцияһы Ликургу менән бәйләйҙәр (уның ысын авторы билдәһеҙ). Спарталағы Конституцион характер телдән-телгә тапшырылған "Ҙур ретра"нан (ҡарар) ғибәрәт, ул: Пусть народ будет разделён на филы и обы, пусть в герусию входит вместе с царями 30 человек, а народ время от времени собирается у реки Еврота на собрания. Там пусть народу предлагают решения, которые он может принять или отклонить. У народа пусть будет высшая власть и сила, — ти.
Урта быуаттарҙағы ҡанундар тупланмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге конституцияларҙың нигеҙе Урта быуаттарҙың ҡаннудар тупланмаһына барып тоташа.
Аныҡлап әйткәндә, Изге Савваның ҡанундары (номоканон)[4][5][6] 1219 йылдан Сербияның беренсе уставы була. Изге Савва уны 1208 йылда, афон тауҙарында булғанда яҙа башлай. Номоканон Византия сығанаҡтарынан алынған һәм Сербия шарттарына яраҡлаштырылған яңы граждан һәм канон ҡағиҙәләре тупланмаһы була. Рим-Византия хоҡуғы Урта быуат Сербия ҡанундары нигеҙе була.
Сербтарҙың һәм гректарҙың императоры Стефан Душан Сербияла үткән ике дәүләт съезында: 1349 йылда Скопьела, 1354 йылда Серела Ҡануниәтнамә ҡабул итә[7] Был ҡанундар тупланмаһы барлыҡ социаль өлкәне көйләй. Кодекс Рим-Византия хоҡуғына нигеҙләнә. Юридик трансплантация Душан Кодексының юридик бойондороҡһоҙлоҡто көйләүсе, Византия конгдексынан алынған (VII китап, 1, 16-17) 171 һәм 172 статьяһы нигеҙендә башҡарыла.
1529 йылда 13 бүлектән, 283 статьянан торған Литва Бөйөк Кенәзлеге статуты ҡабул ителә[8]. 1544 йылда ул ҡайтанан ҡарала, ә һуңғы версияһы 1588 йылда баҫыла һәм 1840 йылға тиклем ғәмәлдә була.
Донъяла әлегә тиклем ҡулланылған һәм иң оло конституция булып Сан-Мариноның Төп Законы тора. Ул 1600 йылда уҡ ҡабул ителә һәм ул 1300 йылда ҡабул ителгән ҡала уставына нигеҙләнә. 1974 йылда ул Граждандар хоҡуғы һәм дәүләт ҡоролошоноң төп принциптары декларацияһы менән тулыландырыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Конституция / А. А. Мишин // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 2,0 2,1 Понятие конституции в словаре политологии
- ↑ Конституция 2013 йыл 21 декабрь архивланған. // Конституционное право. Энциклопедический словарь. — М.: Норма, 2000. — 688 с. — ISBN 5-89123-409-2
- ↑ The Late Medieval Balkans: A Critical Survey from the Late Twelfth Century … — John V. A. Fine, John Van Antwerp Fine — Google Böcker. Google Books. Retrieved July 12, 2013.
- ↑ Metasearch Search Engine 2017 йыл 10 октябрь архивланған.. Search.com. Retrieved July 12, 2013.
- ↑ [1] 2011 йыл 25 ноябрь архивланған.
- ↑ Dusanov Zakonik 2010 йыл 3 август архивланған.. Dusanov Zakonik. Retrieved July 12, 2013.
- ↑ І. П. Шамякін, А. І. Жураўскі, С. В. Кузьмін, Я. В. Малашэвіч. Статут Вялікага Княства Літоўскага 1588 Тэксты. Даведнік. Каментарыі.. — Мінск: Беларуская Савецкая Энцыклапедыя Імя Петруся Броўкі, 1989. — С. 1—5. — 573 с.