Корноухов Евгений Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ice hockey puck.svg
Евгений Александрович
Корноу́хов
Позиция

һөжүм итеүсе

Гражданлығы

Рәсәй флагы Рәсәй

Тыуған көнө

13 февраль 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (47 йәш)
СССР, Омск өлкәһе Омск ҡалаһы

Хоккейсы карьераһы
1992 Рәсәй флагы Шахтёр
1993 — 1996 Рәсәй флагы Ермак
1997 — 1998 Рәсәй флагы Янтарь
Тренер карьераһы
2007 — 2009 Рәсәй флагы Локомотив спорт мәктәбе
2009 — 2010 Рәсәй флагы Локо
2010 — 2011 Рәсәй флагы Локомотив спорт мәктәбе
2011 — 2013 Рәсәй флагы Омские Ястребы
2015 — 2016 Рәсәй флагы Авангард

Корноухов Евгений Александрович (13 февраль 1972 йыл) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүмсе. Омск хоккейы тәрбиләнеүсеһе. Йәштәр хоккей лигаһы чемпионатында сығыш яһаған «Омские Ястребы» һәм Континенталь хоккей лигаһындағы «Авангард» хоккей клубтарының элекке баш тренеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Евгений Александрович Корноу́хов 1972 йылдың 13 февралендә Омск ҡалаһында тыуған. Омск хоккейы тәрбиәләнеүсеһе. «Шахтёр» (Прокопьевск, 1992), «Ермак» (Ангарск, 1993—1996), «Янтарь» (Северск, 1997—1998) хоккей клубтары өсөн һөжүмсе позицияһында уйнай.

Тренер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2009 йылда тренер булараҡ «Локомотив»-94 менән бергә Рәсәй беренселегенең көмөш миҙалдарын яулай. «Авангард» (Омск, 1991 йылғы команда), «Локомотив» (Ярославль, 1993 һәм 1994 йылдарҙағы командалар) спорт мәктәптәрендә һәм «Локо» (Ярославль, 2009—2010) командаһында баш тренер булып эшләй. 2010—2013 йылдарҙа «Омск ҡарсығалары» йәштәр хоккей клубын етәкләй.

Уның тәрбиәләнеүселәре: 2011 йылғы йәштәр араһында донъя чемпиондары Никита Пивцакин һәм Сергей Калинин, 2008 йылдағы юниорҙар араһындағы донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы Эдуард Рейзвих, алдағы йылда ошо уҡ донъя беренселегендә көмөш миҙалын яулаусы Станислав Калашников.

2011—2012 һәм 2012—2013 йылдар миҙгелдәрендә «Омск Ҡарсығаларын» Йәштәр хоккей лигаһының чемпионатында еңеүгә килтерә[1].

2013 йылдың 17 сентябренән 20-һенә тиклем «Авангард» хоккей клубында баш тренер вазифаһын ваҡытлыса башҡара. Артабан, шул йылда, баш тренерҙың ярҙамсыһы булараҡ, Өмөт кубогын еңә. 2013/14 йылдар һөҙөмтәләре буйынса «Йәштәргә юл» тигән бүләккә өлгәшә.

2015 йылдың 7 апрелендә киләһе ике йыл «Авангард» хоккей клубының баш тренеры булып эшләүе тураһында билдәле була. Даими чемпионатта «Авангард» Көнсығыш конференцияһында 60 уйында 106 мәрәй йыйып беренсе урында яулай. Гагарин кубогының тәүге раундында «Нефтехимик» командаһын дүрт уйында үтә. Конференция ярымфиналында «Салауат Юлаев» хоккей клубына серияла 3-4 иҫәбе менән еңелә һәм артабанғы көрәштән Омск хоккейсылары төшөп ҡала. «Авангард» икенсе йыл рәттән конференция ярымфиналында еңелә.

2016/2017 йылдар миҙгеле башланыр алдынан һигеҙ көн ҡалғас, Евгенийҙы клуб етәкслеге эштән бушатырға була[2]. Шул миҙгел алдынан уйындарҙа «Авангард» Корноухов етәкселеге аҫтында 8 уйын үткәрә, шуларҙың һуңғы өсәүҙен генә еңәләр.

Тренер карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2007 ― 7 ноябрь 2009: тренер Рәсәй флагы «Локомотив» спорт мәктәбендә тренер
  • 9 ноябрь 2009 ― 4 декабрь 2011: Рәсәй флагы «Локо» йәштәр хоккей командаһының баш тренеры
  • 2010 ― 2011: Рәсәй флагы «Локомотив» спорт мәктәбендә тренер
  • 2011 ― 2013: Рәсәй флагы «Омск Ҡарсығалары» йәштәр хоккей командаһының баш тренеры
  • 2015 ― 14 август 2016: Рәсәй флагы «Авангард» хоккей клубының баш тренеры

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Статистика (баш тренер)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

(2011 йылға тиклем мәғлүмәттәр килтерелмәгән)
Һуңғы яңыртыу: 2016 йылдың 24 март көнөндә
Команда Турнир-миҙгел Даими миҙгел Плей-офф
У Еңеү ӨВ/БС еңеү ӨВ/БС еңелеү Еңелеү М Һөҙөмтә Еңеү Еңелеү Һөҙөмтә
Омск Ҡарсығалары ЙХЛ 2011-12 60 36 8 5 11 129 Көнсығыш конференцияһында беренсе 13 3 Кубок еңеүселәре
ЙХЛ 2012-13 61 43 10 2 6 151 Көнсығыш конференцияһында беренсе 13 5 Кубок еңеүселәре
Авангард КХЛ 2015-16 60 27 6 13 14 106 Көнсығыш конференцияһында беренсе 7 4 Конференция ярымфиналында еңелә
ӨВ/БС — өҫтәмә ваҡытта йә булиттар серияһында еңеү, У — уйын, М — мәрәйҙәр һаны

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]