Косово әҙәбиәте
Косово әҙәбиәте | |
Косово әҙәбиәте Викимилектә |
Косово әҙәбиәте Косовола йәшәгән авторҙарҙың албан, серб, босния һәм төрөк телдәрендә яҙған әҙәби әҫәрҙәренән тора. 1912 йылға тиклем Ғосман империяһы властары яҙыуҙа албан телен ҡулланыуҙы тыйһалар ҙа, Косово әҙәбиәте тарихында ғосман осоро айырым бер урынды алып тора. Был сәйәсәт Икенсе донъя һуғышы[1] башланғанға тиклем сербтар идара иткән ваҡытта ла дауам итә
Һуғыштан һуң мәктәптәрҙә уҡытыу серб телендә алып барыла[2]. 1940-сы йылдар аҙағында албан телендә яҙылған һәм баҫылған йәшерен әҙәбиәт таратыла башлай. Албан телендә сыҡҡан «Rilinja» гәзитен һатып алған һәр кешене йәшерен полиция иҫәпкә ала[3]. Албан теле һәм мәҙәниәте 1974 йылда яңы Югославия конституцияһы ҡабул ителгәс кенә тулы хоҡуҡҡа эйә була. Косовола албан әҙәбиәте һәм мәҙәниәте артабан үҫешә башлай[1].
1949 йылда «Jeta e r» әҙәби журналы барлыҡҡа килгәс, албан телле йәш авторҙар Югославияла ижад емештәрен баҫтырып сығарыу мөмкинлеген ала. 1950-се йылдарҙа айырым монографиялар баҫылып сыға. 1960-сы йылдарҙа Косово албандарының әҙәбите әүҙем баҫыла башлай.[1].
Косовола етди проза 1950-се йылдарҙың икенсе яртыһында барлыҡҡа килә, тип иҫәпләйҙәр. Ул ваҡытта Митровицанан Хивзи Сәләймәни,Приштинанан Адем Демачи, Призрен эргәһендәге Гражданиканан Антон Пашку кеүек авторҙар етди прозаны үҙ итә. Шулай уҡ Экрем Баша, Юсуф Буджови, Теки Дëрвисхи, Сабри Хамити, Рамиз Келменди, Мехмет Края, Бекир Муслиу, Реджеп Чосья, Муса Раниадани, Назми Ррахмани, Зейнуллах Ррахмани һәм Азем Шкрели ХХ быуаттың күренекле Косово прозаиктарына ҡарай[1].
Косово албандарының шиғриәте лә шулай уҡ ҙур популярлыҡ менән файҙалана, уның тамырҙары халыҡ традицияларына барып тоташа. Эсад Мекули элекке Югославия биләмәһендә хәҙерге заман албан шиғриәтенә нигеҙ һалған тип иҫәпләнелә. Экрем Баша, Бесим Бокши, Ррахман Дедай, Мирко Гаши, Энвер Гьерчеку, Фахредин Гунга, Абдулла Конушевци, Дин Мехмети, Али Подримя һәм Азем Шкрелим — хәҙерге замандың күренекле шағирҙары[1].
Төбәктә серб әҙәбиәтенең шаҡтай оҙайлы тарихы бар, уның тамырҙары XIII быуатҡа барып тоташа. ХХ быуаттың Косовола эре серб әҙәбиәтселәре — романист Вукашин Филипович, шағирә Даринка Еврич, яҙыусы [./https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D1%82%D0%BE%D1%8F%D0%BD%D0%BE%D0%B2%D0%B8%D1%87,_%D0%A0%D0%B0%D0%B4%D0%BE%D1%81%D0%B0%D0%B2 Радосав Стоянович], шағир һәм прозаик Петар Сарич, поэт Лазар Вукович[1].
1970-1980-се йылдарҙа Косованың серб һәм албан яҙыусылары Косово Яҙыусылар союзы ағзалары була. Этник низағтарҙың киҫкенләшеүе арҡаһында 1980 йылдар аҙағында сербтар был ойошманан сыға, шунан бирле Косово Яҙыусылар союзына албан авторҙары ғына инә. Был ойошма Косовоның сәйәси тормошонда мөһим роль уйнай, уның ағзаларының күбеһе, шул иҫәптән Ибраһим Ругова, Косово Демократик лигаһын ойошторусыларҙың береһе[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Elsie Robert. Historical Dictionary of Kosovo. — 2010. — P. 179–180. — ISBN 978-0-8108-7483-1.
- ↑ Malcolm Noel. Kosovo: A Short History. — Harper Perennial, 1999. — P. 267. — ISBN 978-0-06-097775-7.
- ↑ Malcolm Noel. Kosovo: A Short History. — Harper Perennial, 1999. — P. 327. — ISBN 978-0-06-097775-7.