Эстәлеккә күсергә

Костерин һәм Черников йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
П. И. Костерин һәм С. А. Черников йорто
П. И. Костерин һәм С. А. Черников йорто (Өфө)
П. И. Костерин һәм С. А. Черников йорто (Өфө)
Ил Росәй
Ҡала Өфө
Архитектура стиле һынлы сәнғәт модерны
Проект авторы А. А. Щербачёв
Төҙөлөшө ???—1907 йылдар

1907

Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0300100000№ 0300100000

Костерин һәм Черников йорто — Өфө ҡалаһының Пушкин һәм Карл Маркс урамдары киҫешкән урында урынлашҡан особняк. Был йорт архитектура ҡомартҡыһы һәм «һынлы сәнғәт модерны» өлгөһө булып тора. Фасадтары менән ике урамға сыҡҡан зәңгәр-күк төҫөндәге таш йорт семәрле балкондары, эллипс формаһындағы мансардаһы һәм ажурлы үҫемлек һыламаһы менән тирә-яҡҡа матурлыҡ, йәм өҫтәп тора.

Был йорт 1907—1912 йылдарҙа Һамар архитекторы А. А. Щербачев проекты менән Һамарҙа икмәк менән һатыу итеүсе Павел Иванович Костерин һәм уның компаньоны сауҙагәр С. А. Черников өсөн төҙөлә. П. И. Костерин Өфөгә 1890 йылдар башында килеп, Пушкин һәм Александровский (хәҙерге Карл Маркс) урамдары киҫешкән урында ике усадьба һатып ала. Иҫкереп туҙған ике йортто һүтеп, улар урынына ҙур өс ҡатлы йорт һала. Йорттон ике инеп-сығыу урыны, оригиналь декорлы фасады, суйындан семәрле балкондары була. Йорттоң фасадын П. И. Костериндың ҡатыны Екатерина Павловнаның (ҡыҙ фамилияһы Попова, бай сауҙагәрҙең ҡыҙы) һүрәте биҙәй. Особнякты төҙөү хаҡы 30 мең һумға төшә. Был йортто Костерин ҡырҙан килгән сауҙагәрҙәргә ҡуртымға бирә. П. И. Костериндың хәҙерге көньяҡ Өфө автовокзалы эргәһендә ҡала янындағы йорто була.

Граждандар һуғышы йылдарында бында А. В. Колчактың штабы эшләй, ә 1919 йылда был йортта, командиры Василий Иванович Чапаев булған 25-се уҡсы дивизияһының политотделы урынлаша. Был хаҡта йортҡа ҡуйылған мемориаль таҡта һөйләй. Дивизия Өфө эргәһендәге һуғыштарҙа ҙур юғалтыуҙар кисереп, туҡтарға мәжбүр була. Ҡайһы бер легендалар буйынса, был бай особняк 1917 йылғы Революцияға тиклем ҡыҙыл фонарҙар йорто булған.

1985 һәм 2006 йылдарҙа йорт ике тапҡыр рестарациялана, кала төҙөлөшөндә ул тарихи һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора[1].

Хәҙер бында, элекке сауҙагәр йортонда, Башкортостан Республикаһы таможняһы урынлашҡан.

  1. Костерин П.И.особняге. Ufacity.info. Дата обращения: 28 март 2013. Архивировано 10 апрель 2013 года. 2017 йыл 23 июль архивланған.
  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.