Костырина Татьяна Игнатовна
Костырина Татьяна Игнатовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1924 |
Тыуған урыны | Кропоткин[d] |
Вафат булған көнө | 22 ноябрь 1943 |
Вафат булған урыны | Керчь[d], Крымская АССР[d], РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | снайпер |
Хәрби звание | кесе сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | Совет Армияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һәләк булғандар һаны | 120[1][2] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Костырина Татьяна Игнатовна Викимилектә |
Татьяна Игнатьевна Костырина (1924, Кропоткин, Краснодар крайы — 22 ноябрь 1943 йыл) — Советтар Союзы Геройы, снайпер, кесе сержант.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татьяна Игнатьевна Костырина 1924 йылда Кропоткин ҡалаһында (Краснодар крайы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
8 класс тамамлаған. 1942 йылдан алып Ҡыҙыл армияла снайперҙар курсын тамамлай. 120 дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә.
Бөйөк Ватан һуғышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1942 йылдың авгусынан — армияла. 691-се уҡсылар полкы снайперы (Айырым Приморье армияһы, 383-сө уҡсылар дивизияһы</a>), кесе сержант. Кубанды һәм Ҡырымды азат итеү өсөн барған һуғышта 120 дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Ауылы өсөн барған һуғышта 1943 йылдың 22 ноябрендә Аджимушкай ҡасабаһы (хәҙер Керчь ҡалаһы биҫтәһе) өсөн алышта сафтан сыҡҡан батальон командирын алмаштыра һәм һалдаттарҙы атакаға күтәрә. Был алышта һәләк була. 1944 йылдың 16 майында дошман менән алыштарҙа күрһәткән хәрби батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн, үлгәндән һуң уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Аджимушкайҙа ерләнгән. Керчь ҡала хәрби зыяратына күсереп ерләнгән.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырым өлкәһе Ленин районында бер ауыл уның исемен йөрөтә, унда Герой ҡыҙҙың бюсы ҡуйылған, шулай уҡ Керчь һәм Кропоткин ҡалаларында Татьяна Игнатьевна Костырина урамдары бар.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Костырина, Татьяна Игнатовна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 749. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Крюков И. Девушка с Кубани // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Костырина Татьяна Игнатовна . «Герои страны» сайты.
- Девушка с Кубани.
- Снайперы Великой Отечественной войны.