Котова Надежда Наумовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Котова Надежда Наумовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1926
Тыуған урыны РСФСР, СССР
СССР
Смоленск өлкәһе
Вафат булған көнө 1980
Вафат булған урыны Алтай крайы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Надежда Наумовна Котова (1926 йыл1980 йыл) — ауыл хужалығында совет алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Надежда Наумовна Котова 1926 йылда Смоленск өлкәһе Ярцевский районының Маковье ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1930-сы йылдар башында ата-әсәһе менән бергә Алтай крайының Красногорский районына күсеп китә. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. 1942 йылдан. Надежда Наумова хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, эҙмә-эҙлекле вазифалар биләй — төрлө эштәрҙә эшләй, тракторсы һәм «Алтай йондоҙо» колхозында механизатор була.

1951 йылдан — «Алтай таңы» колхозында һауынсы, 1961 йылдан — Красногорский районының «Пильненский» совхозында Н. Н. Котова районда беренсе булып миллион килограмм һөт һауып ала. 1961 йылдан 1965 йылға тиклем уның ҡарамағындағы һыйырҙарҙың продуктлылығы 2670 килограмдан алып 3362 килограмға тиклем арта.

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы указы «Малсылыҡты үҫтереүҙә һәм һөт етештереүҙе арттырыуҙа ирешкән уңыштары өсөн» Надежда Наумовна Котоваға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Төп эшмәкәрлегенән тыш Н. Н.Котова халыҡ депутаттарының Алтай крайы һәм Красногорск район советтары депутаты һәм партия район комитеты ағзаһы итеп һайлана[1].

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Честь и слава - по труду : Биобиблиогр. справ. о смолянах - Героях Соц. Труда, полн. кавалерах ордена Труд. Славы / И. Н. Беляев; Смол. обл. науч. б-ка им. В. И. Ленина. - Смоленск : Б. и., 1991 г. — 332 с.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Честь и слава - по труду : Биобиблиогр. справ. о смолянах - Героях Соц. Труда, полн. кавалерах ордена Труд. Славы / И. Н. Беляев; Смол. обл. науч. б-ка им. В. И. Ленина. - Смоленск : Б. и., 1991 г. — 332 с.