Эстәлеккә күсергә

Кошелев Владимир Николаевич (хирург)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кошелев Владимир Николаевич (хирург)
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 17 август 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Һарытау, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1999
Вафат булған урыны Һарытау, Рәсәй
Һөнәр төрө хирург
Эшмәкәрлек төрө медицина
Эш урыны Һарытау дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Һарытау дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Поповьян, Иван Минаевич[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Почёт Билдәһе» ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре "СССР-ҙың уйлап табыусыһы" күкрәк билдәһе «Һаулыҡ һаҡлау Отличнигына» тамғаһы (СССР)

Кошелев Владимир Николаевич (17 август 1926 йыл1999 йыл) — ғалим-хирург, профессор (1968), медицина фәндәре докторы; Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Владимир Николаевич Кошелев Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 1941 йылдан 1945 йылға тиклем Һарытау авиация техникумында уҡый. 1951 йылда Һарытау медицина институтын тамамлай.

1951—1970 йылдарҙа шул уҡ институттың С.Р. Миротворцев исемендәге факультет хирургияһы кафедраһында уҡыта[1]. 1970 йылдан педиатрия факультетының госпиталь хирургияһы кафедраһы, шулай уҡ Һарытауҙа тәүге күкрәк хирургияһы бүлеге мөдире.

20 йылдан ашыу С.И. Спасокукоцкий исемендәге өлкә хирургтар йәмғиәтен һәм Һарытау медицина-техника йәмғиәтен етәкләй. Лазер фәндәренең Рәсәй академияһы, тәбиғәтте өйрәнеү Рәсәй академияһы, Мәғлүмәтләштереүҙең халыҡ-ара академияһы академигы.

1999 йылда Һарытауҙа вафат була. Ҡаланың Старообрядческий (Кулугур) зыяратында ерләнә.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тикшеренеүенең төп йүнәлештәре:

  • клиник хирургияһы мәсьәләләре;
  • медицинала лазерҙы ҡулланыу.

1960 йылда яҡланған кандидатлыҡ («Вопросы клиники, морфологии и хирургического лечения полипов желудка»), 1968 — докторлыҡ диссертацияһын («Нарушение внешнего дыхания при внутригрудных операциях и пути их компенсации») яҡлай; 1968 йылдан — профессор.

В.Н. Кошелев етәкселегендә кафедра хеҙмәткәрҙәре лазер нурланышының туҡымаларҙы тергеҙеүгә тәьҫирен (оҙаҡ уңалмаған трофик сей яраның уңалыуы, һынған һөйәктең яй тоташыуы); шештәрҙең, гемангиомаларҙың, тиренең яман шешенең лазер деструкция мөмкинлектәрен; «лазер скальпель» өҫтөнлөктәре һәм мөмкинлектәрен өйрәнә. 1976 йылда клиника базаһында лазерҙарҙы медицинала ҡулланыу өсөн лаборатория ойошторола, 1978 йылда уңалмай торған яра һәм сей яраларҙың лазер терапияһы өсөн «Клиника» аппараты төҙөлә

Һарытауҙа «Методы и средства квантовой электроники в медицине» темаһы буйынса 1-се Бөтә Союз конференцияһын үткәреүҙә ойоштороусыларҙың береһе була. «Лазер в лечении ран» (1980), «Лазеротерапия хронического тонзиллита» (1982) һәм «Лазеркоагуляция опухолей кожи» монографиялары СССР ФА почет грамоталары (1985) РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының дипломдары менән билдәләнә (1986)[2]. СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 1987 йылдың 8 июлендәге № 1166 бойороғона ярашлы клиника базаһында 26 хеҙмәткәрҙәр штаты менән өлкә лазер үҙәге ойошторола[2].

270-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы (57-һе үҙәк журналдарҙа баҫылған), шул иҫәптән 16 монография, 15 уҡытыу-методик әсбаптар, 8 уйлап табыу (СССР) бар; хеҙмәттәренең бер өлөшө сит ил фәнни сайттарҙа урынлаштырылған[2][3]. 19 фән докторы һәм кандидаты әҙерләгән.

Бүләктәре һәм танылыуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Вывеска на входе в больницу имени В. Н. Кошелева
  • «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» күкрәк билдәһе
  • «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» күкрәк билдәһе (1988)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991)
  • Һарытауҙың почётлы гражданы (1995).

Н. В. Кошелев исеме менән 6-сы Һарытау ҡала клиник дауаханаһы аталған