Кремль паркы (Бөйөк Новгород)
Кремль паркы | |
Нигеҙләү датаһы | 1812 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Бөйөк Новгород |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Новгородская область/Великий Новгород (Кремль)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Указания, как добраться | с внешней стороны Кремля, в границах улиц Газон, Большая Власьевская, берега р. Волхов, Софийской площади |
Кремль паркы Викимилектә |
Кремль паркы Бөйөк Новгородтың тарихи үҙәгендә София яғында урынлаша. Өс яҡтан Новгород кремле уратып ала. Тыш яҡтан периметры буйлап Розважа, Газон, Меерцков-Волосов урамдары уратып алған. Эс яҡтан оборона соҡорона йәнәш тора. Парк майҙаны — 25 га
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Парк Кесе тупраҡ ҡаласыҡ урынында барлыҡҡа килә, уны өс яҡтан нығытма уратып ала. 1819 йылда ер нығытмалар ҡаҙылып бөтә. Ошо уҡ ваҡытта план барлыҡҡа килә, һәм уға ярашлы буш ҡалған участкаларҙа урман ултыртыу һәм Йәйге баҡса төҙөү ҡарала. План яртылаш үтәлә — төньяҡ өлөшө генә. Көньяҡта йорттар төҙөлә
Тәүҙә Кремль паркы Йәйге баҡса тип атала. Ул 22 гектар майҙанды тәшкил итә.
1885 йылда Йәйге баҡсала "балалар гимнастикаһы" биләмәһендә ҡала театрының ағас бинаһы төҙөлә. 1917 йылдан һуң Газон урамы буйының ҙур участкаһы профсоюз спорт майҙанын төҙөүгә бирелә. Баҡсаның көньяҡ өлөшөндә төҙөлгән биналар Бөйөк Ватан һуғышына тиклем һаҡланған. Новгород ҡалаһын һыу баҫҡан ваҡытта Йәйге баҡса тулыһынса тиерлек юҡ ителә.
Хәҙерге «Кремль» атамаһын парк 1946 йылда ала. Һуғыштан һуңғы тәүге айҙарҙа ҡала халҡы парк биләмәһен таҙартыу һәм тергеҙеү, ағас ултыртыу буйынса күләмле эштәр башҡара. Профсоюздарҙың элекке спорт майҙаны урынында ҡаланың ағас трибуналар менән "Динамо" стадионы төҙөлә. Һуңыраҡ был участка ҡаралтыларҙан таҙартыла, ағастар ултыртыла, улар шулай уҡ парк зонаһына инә.
Хәҙерге заман
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уҙған осорҙа йәйге баҡса һәм Кремль паркы бөгөн — ҡала халҡының иң популяр ял урыны. Бында бөтә ҡала саралары ла уҙғарыла. Парк биләмәһендә Еңеү монументы, Екатерина тауында балалар ҡаласығы, аттракциондар менән балалар ҡаласығы, "Ҡыҙыл өй"[1], сувенир ҡаласығы, В.И. Ленин һәйкәле, композитор Сергей Рахманинов һәйкәле, Шахмат өйө, "Садко" фонтаны, эстрада, теннис корты, ике кафе һәм Күңелле тауҙа картодром урынлашҡан. Бынан тыш, заманса парк территорияһында элек һигеҙ сиркәү булған, уларҙың нигеҙгә бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған.
2008—2009 йылдарҙа Бөйөк Новгородтың үҙендә һәм уның объекттарында төҙөкләндереү һәм реставрациялау буйынса ҙур эштәр башҡарылған.
-
С.В. Рахманинов һәйкәле
-
«Садко» фонтаны
-
В.И. Ленин һәйкәле
-
Екатеринин тауынан килгән аллея
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Полное название: муниципальное автономное учреждение «Центр развития туризма «Красная Изба»
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Великий Новгород(недоступная ссылка)
- История Кремлёвского парка
- Театр трёх революций 2016 йыл 10 декабрь архивланған.