Эстәлеккә күсергә

Кривдина дачаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кривдина дачаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Сестрорецк[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия list of cultural heritage monuments in Sestroretsk[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться улица Григорьева, 16 / Садовая улица, 8
Карта
 Кривдина дачаһы Викимилектә

Кривдина дачаһы — Сестрорецк ҡалаһындағы дача, архитектура ҡомартҡыһы. Григорьев һәм Садовая урамдары киҫелешендә урынлашҡан, адресы — Григорьев урамы, 16/8.

Файл:Дача Курорта.JPG
2000 йылға тиклем

Валентина Евгеньевна Кривдинаның ағас дачаһы XX быуат башында модерн стилендә төҙөлгән, проект авторы тик фамилияһы буйынса ғына билдәле —архитектор Морозов. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 10.07.2001 йылғы № 527 ҡарарында (Кривдинаның дачаһы Федераль әһәмиәттәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекттарына ҡарай) В. Морозов күрһәтелгән. Шуның өҫтәүенә 1910—1911 йылдарҙа Сестрорецкта техник-архитектор Е. Ф. Морозов проекты буйынса Халыҡ йорто төҙөлә, ә Тарховкала 1905—1906 йылдарҙа архитектор Е.Л. Морозов тарафынан ағастан Изге Пантелеимон Великомученик сиркәүе төҙөлә.[2] Архитекторҙарҙың һәр ҡайһыһы Кривдина дачаһының авторы булыуы мөмкин.

Совет осоронда дача «Сестрорецк» пансионаты хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ йорт булып хеҙмәт итә һәм яйлап авария хәленә килә. Перспектив план буйынса реставарцияға әҙерләнә, ул 2018 йыл башына торлаҡта йәшәүселәрҙең таралыуы арҡаһында үткәрелмәй ҡала[3]. 2018 йылдың февралендә Курорт районы прокуроры бина хужаһына — яуаплығы сикләнгән ООО «Норд Отель» йәмғиәтенә дәғүә белдерә. Дәғүәнең сәбәбе булып тикшереү һөҙөмтәһе була, ул милексенең һаҡһыҙ ҡарашы арҡаһында архитектура ҡомартҡыһының өлөшләтә емерелеүен күрһәтә. Дәғүәсе «Норд Отель» йәмғиәтенә тәү сиратта ярты йыл дауамында консервация эштәре үткәрергә, 9 ай эсендә КГИОП заданиеһы буйынса бинаны ремонтлау буйынса документтар әҙерләргә һәм 20 ай буйы дача бинаһын тулыһынса тергеҙергә ҡуша.[4]

Кривдина дачаһы сәнғәттә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кривдина дачаһы рәссам Стас Бородин ижадында «Старая дача в Сестрорецке» (2004. М., х60х50) картинаһы рәүешендә сағылыш таба. Картина 2006 йылда Сестрорецк ҡалаһының Үҙәк күргәҙмә залында, шулай уҡ башҡа күп һанлы күргәҙмәләрҙә, шул иҫәптән Берлинда Мутценмахер галереяһында күрһәтелә (2007)[5].

  • Кириков Б. М. (Отв. ред). Памятники истории и культуры Санкт-Петербурга, состоящие под государственной охраной. Справочник. — СПб.: НУК «Серебряный век», 2005. — С. 308. — 947 с. — ISBN 5-902238-27-7.