Крылова Нина Георгиевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Крылова Нина Георгиевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Ҡаҙағстан
Тыуған көнө 12 октябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Слободской уезд[d], Вятка губернаһы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 8 июль 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Баканас[d], Ҡаҙағстан
Алматы өлкәһе, Ҡаҙағстан
Ҡаҙағстан
Һөнәр төрө табип
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Крылова Нина Георгиевна (12 октябрь 1925 йыл8 июль 1995 йыл) — Балхаш үҙәк район дауаханаһы табибы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нина Георгиевна Крылова 1925 йылдың 12 октябрендә Вятка губернаһының Слобода өйәҙе Климковка ауылында (хәҙер Киров өлкәһенең Белохолуницкий районы) тыуған. Милләте урыҫ[1].

1943 йылда урындағы мәктәптә 10-сы класты тамамлағас, Молотов дәүләт медицина стоматология институтына (Молотов — хәҙер Пермдә) уҡырға инә, 1948 йылда уны тамамлай. Бүлеү буйынса Баканас ауылындағы үҙәк район дауаханаһына табип итеп ебәрелә, унда яҡынса 40 йыл буйына эшләй (пенсияға сыҡҡанға тиклем), кәрәк булғанда ғына һөнәрен алмаштыра: фтизиатр кәрәк булһа — тейешле әҙерлек үтә, рентгенолог кәрәк булһа — рентгенологҡа уҡый[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1978 йылдың 23 октябрендәге Указы менән «халыҡ һаулығын һаҡлауҙы үҫтереүгә ҙур хеҙмәттәре өсөн» Нина Георгиевна Крыловаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[1].

Ҡаҙағстан Коммунистар партияһының Балхаш район комитеты ағзаһы, Балхаш район советы депутаты, район советы социаль тәьминәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса даими комиссия рәйесе итеп һайлана[1].

Баканас ауылында йәшәй, бында 1995 йылдың 8 июлендә вафат була, урындағы зыяратта ерләнә[1].

Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған табибы[1].

Ленин ордены (23.10.1978), миҙалдар менән бүләкләнгән [1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Т. Каримов. Крылова Нина Георгиевна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 27 апрель 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • М. К. Кузьмин. Ученые-медики — Герои Социалистического Труда. — Москва: Медицина, 1988. — 197 с. — ISBN 5-225-00135-1.
  • Золотая плеяда кировчан. Сборник материалов о Героях Труда, Героях Социалистического труда, полных Кавалерах ордена Трудовой Славы, лауреатах Ленинской и Государственных премий и премии Ленинского комсомола. — Киров: ОАО «Дом печати – Вятка», 2009. — 624 с.