Эстәлеккә күсергә

Кузмин быуаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кузмин быуаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Кузмин быуаһыИшембай ҡалаһы янындағы Кузьминовка һәм Бәләкәй Байыҡ (Ишембай районы) ауылдары араһындағы уйпат ерҙә урынлашҡан. Быуаға төбәк әһәмиәтендәге 80Н-025 һәм 80Н-307 (Бәләкәй Байыҡ аша) юлдарынан барырға була. Быуа Тимерле йылғаһы ҡушылдығын быуып эшләнгән.

Ҡала һәм район халҡының иң популяр ял үҙәктәренең береһе. Өҫтәүенә быуа янында кирбестән төҙөлгән һәм бөтә уңайлыҡтары булған ял базаһы бар[1]

Ҡала һәм райондың һәүәҫкәр балыҡсылары ошонда балыҡ ҡармаҡлау буйынса спорт ярышын да үткәрә.

Христиандарҙың суҡындырыу байрамы үтәсәк иордань мәкеһе лә (Крещенский купель) ошонда урынлашҡан. 2013 йылда — Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһында берҙән-бер рәсми рәүештә рөхсәт ителгән йола башҡарыу урыны була[2])

Захарова Елена Анатольевна Кузмин быуаһын тикшереү менән шөғөлләнә һәм алынған мәғлүмәттәренә таянып биология Альгоценоз өйрәнеү предметы булып быуа, биология буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

2012 йылдың 12 июнендә ауыл Бәләкәй Байыҡ ауылында йәшәгән Айнур Ғәлиев үҙенең өс туған ҡустыһы Мөхәмәтшин Илшат менән Кузмин быуаһында һыу ингәндә бата башлаған ике сабыйҙың һәм уларҙың атаһының ғүмерҙәрен ҡотҡара[3][4]

Захарова, Елена Анатольевна. Альгоценозы водоемов и почв урбанизированных территорий (На примере города Ишимбая, Башкортостан) : Дис. … канд. биол. наук : 03.00.05 : Уфа, 2003 169 с. РГБ ОД, 61:04-3/471.

  • Лист карты N-40-89. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.