Эстәлеккә күсергә

Кузьменко Владимир Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кузьменко Владимир Петрович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 8 август 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто БДМУ

Кузьменко Владимир Петрович (8 август 1954 йыл ) — табип, йәмәғәтсе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Ҡатын-ҡыҙҙар эше, ғаиләне һаҡлау, әсәлек һәм балалыҡ буйынса комиссия ағзаһы.

Владимир Петрович Кузьменко 1954 йылдың 8 августында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. Милләте украин, юғары белемле — 1981 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1971 йылда, урта мәктәпте тамамлағас, Өфө электр лампалары заводында токарь булып башлай. 1972—1974 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1981 йылда медицина институтын тамамлағас, Салауат машина эшләүселәр заводының медик-санитар бүлегендә табиб булып эшләй. 1982—1988 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 8-се дауаханаһында хирург булып эшләй. 1988 йылдан Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире вазифаһында эшләй. [1]

Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы 53-сө Северный һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының ҡатын-ҡыҙҙар эше, ғаиләне һаҡлау, әсәлек һәм балалыҡ буйынса комиссия ағзаһы.[2]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104