Күскилдин Рәйес Әхмәтша улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кускилдин Рәйес Әхмәтша улы битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Күскилдин Рәйес Әхмәтша улы
Эшмәкәрлек төрө:

«Газ-Сервис» ААЙ генераль директор урынбаҫары – баш инженеры

Тыуған көнө:

12 декабрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (64 йәш)

Тыуған урыны:

Ғафури районы Баҡраҡ ауылы, Башҡорт АССР-ы

Награда һәм премиялары:

Салауат Юлаев ордены
Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе

Күскилдин Рәйес Әхмәтша улы (12 декабрь 1954) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш (2008—2013 йылдар) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Газ сәнәғәтенең почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе.

Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәйес Әхмәтша улы Күскилдин 1954 йылдың 12 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Баҡраҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының күп балалы ғаиләһендә тыуған. 1982 йылда «газ үткәргестәрҙе, газ һаҡлағыстарҙы һәм нефть базаларын проектлау һәм файҙаланыу» һөнәре буйынса Өфө нефть институтын (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) тамамлаған.

1971—1973 йылдар — Өфөләге 11-се техник училище уҡыусыһы, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының оператор ярҙамсыһы. 1973—1975 йылдар — Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеү 1975—1976 йылдар — Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының операторы. 1976—1982 йылдар — Өфө нефть институтының (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) әҙерлек бүлеге тыңлаусыһы, торба үткәргестәр факультеты студенты. 1982—1984 йылдар — «Башгаз» производство берекмәһенең «Стәрлетамаҡгаз» идаралығы мастеры, хеҙмәт (русса служба) етәксеһе. 1984—1994 йылдар — «Башгаз» производство берекмәһенең «Дыуангаз» идаралығы (1991 йылдан — «Газ-Сервис» фирмаһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең район үҙәге Мәсәғүттәге бүлендек предприятиеһы) баш инженеры. 1994—1996 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт контроль комитетының Мәсәғүт төбәк идаралығы етәксеһе. 1996—1997 йылдар — «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы — «Үҙәкгаз» предприятиеһы баш инженеры. 1997 йылдан — «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары — баш инженеры.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Салауат Юлаев ордены.
  • Газ сәнәғәтенең почетлы хеҙмәткәре (РФ).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе.

Уның тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]