Күк күпер (Санкт-Петербург)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күк күпер
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург һәм Адмиралтейский районы[d]
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Мойка[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Оҙонлоҡ 29,4 метр
Карта
 Күк күпер Викимилектә

Күк күпер — Мойка йылғаһы аша күпер, ул Санкт-Петербург ҡалаһы Адмиралтейство районының Ҡазан һәм 2-се Адмиралтейство утрауҙарын тоташтырып тороусы күпер. Ҡаланың иң киң (97,3 м) күпере. Исаакий майҙаны ансамбленә инә.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исаакий майҙанын Антоненко тыҡрығы һәм Вознесенский проспекты менән тоташтырып тора. Күпер менән йәнәш Марина һарайы, Беренсе Николай һәйкәле торған Исаакий майҙаны менән Исаакий соборы, Н. И. Вавилов исемендәге Бөтә Рәсәй үҫемлекселек институты бинаһы (ВИР) һәм уның китапханалары биналары, яҡын ғына Ҙур Диңгеҙ урамындағы — Композитор йорто (архитекторы О Монферран) урынлашҡан. Күпергә табан төшкән ерҙә 1971 йылда архитектор В. А. Петров проекты буйынса Нептундың өс тешле һәнәге менән биҙәлгән гранит-футшток ҡуйылған. Күпер ҡоролмаһында көслө ташҡын ваҡытындағы һыу кимәленең билдәләре бар: 1824, 1903, 1924, 1955, 1967 йылдар.

Ағымдың өҫтәрәк өлөшөндә Ҡыҙыл күпер, түбәндәрәк — Фонарлы күпер бар.

Яҡын метрополитен станцияһы (700 м) — «Адмиралтейство».

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1738 йылдың 20 апрелендә, тәүҙәге ағас күперҙең тотҡалҡалары күк буяуға буялған булғанлыҡтан, күпер ошо исем аҫтында билдәле була.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Нептун шкалаһы»

1737 йылда Г. ван Болес тарафынан был урында күтәртмәле ағас күпер төҙөлгән була[1]. XVIII быуат Был буйы буйынса уртаһында өс аралы, таш таяу-терәктәре булған күпер Крюков каналы күперҙәре тибында төҙөлгән[2]. 1818 йылда В. И. Гесте проекты буйынса күпер бер аралы итеп суйын тюбингтан эшләнгән суйын аркалары булған бер аралы итеп төҙөлә. Күперҙең металл конструкциялары Петорозаводск ҡалаһының Олонец заводтарында әҙерләнә[3][4]. Яр буйы нигеҙҙәре билдәле таш юныу оҫтаһы Самсон Суханов етәкселегендә нығытылған[5].

1842—1844 йылдарҙа Исаакий майҙанын яңынан планлаштырыу һәм Марина һарайын төҙөү менән бәйле күперҙе инженер Е. А. Адам, А. Д. Готман һәм И. С. Завадовский проекты буйынса Ҡыҙыл күпергә табан киңәйтәләр, бының өсөн шундай уҡ конструкциялы аркалар терәп төҙөйҙәр. Күперҙең киңлеге 41 метрҙан 97,3 метрға тиклем киңәйә[4]. Беренсе күпергә терәтеп төҙөлгән өлөшөнөң мөйөшө 3,5° була һәм аркалар менән ныҡлап тарттырыла[6].

1920-се йылдарҙа күперҙең иҫке өлөшө үтәләй тишелә, болттарының өҙөлгән урыны һәм күпер түшәлмәһенең аҫҡа түбәнәйеүе 20 см-ға яҡын була[7]. 1930 йылда, күпер өҫтөнән трамвай юлы үткәрергә йыйынғанлыҡтан, күперҙең аҫҡы өлөшөндәге түшәлмәнең ағас балкаларын инженер О. Е. Бугаев һәм В. В. Чеботарев проекты буйынса тимер-бетон йыйылмаһы менән алмаштыралар, өҫтәүенә, электән торған бағаналарын һаҡлап ҡалдырғандар. 1938 йылда күперҙең таш япмаһын асфальт бетон япма менән алмаштыралар[8][2].

2000-се йылдар башында күпер хәлен тикшергәндә уның суйын түшәлмәләренең, терәк-таяуҙарының, бағаналар аралары ҡоролмаларының коррозияға бирешеүен һәм гидроизлояция, һыуҙы ситкә ебәреүсе өлөштәренең һәм ҡоймаларының механик зыян күреүен асыҡлайҙар. 20132014 йылдарҙа күперҙә капиталь ремонт үткәрелә. Күперҙең реконструкциялау проектын ЯАО "Институт «Стройпроект» Т. Ю. Кузнецова, Р. И. Марценкевич, С. А. Сосновская) башҡара[9], генераль подрядсыһы булып ЯАО «Пилот» тора[10]. Ремонт барышында күпер терәк-таяуҙары ремонтлана, күперҙең аҫҡы өлөшөндәге тимер бетон түшәлмәһе өҫтөнә плитәләр һалына, суйын тюбингтар рәтләнә һәм күпер ҡоймалары алмаштырыла, биҙәлә, гидроизоляция ҡоролмаһы алмаштырыла, күпергә торшерҙар ҡуйыла[11]. Күпер янындағы фонарҙар Балтик вокзалы янында һаҡланып ҡалған торшерҙарға оҡшатып тергеҙелә[12]. Эш 3 этапта, автотранспорт хәрәкәтен тулыһынса япмай ғына, үтәлә. 2013 йылдың июленән алып 2014 йылдың ғинуарына тиклем — күперҙең аҫҡы өлөшө ремонтлана, шул уҡ 2014 йылдың ғинуарынан сентябргә тиклем — күперҙең өҫкө өлөшөн, сентябрҙән алып йылғаның төбөн нығыталар һәм күпер аҫтындағы элементтарҙы буяйҙар. Күперҙә транспорт хәрәкәте 2014 йылдың 1 сентябрендә асыла.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Синий мост//Энциклопедия Санкт-Петербурга 2008 йыл 18 ғинуар архивланған.
  2. 2,0 2,1 Синий мост//СПб ГБУ «Мостотрест»
  3. Заметки зодчего // Неделя строителя. — СПб., 1893. — В. 30. — С. 149.
  4. 4,0 4,1 Степнов, 1991
  5. Чугунные арочные мосты в Ленинграде, 1955
  6. Распоряжение от 27.02.2018 № 07-19-75/18 - Мост Инженерный Первый в составе ансамбля Набережные и мосты реки Мойки (1-й Инженерный мост, литера А). КГИОП (27 февраль 2018). Дата обращения: 25 февраль 2020. 2020 йыл 29 октябрь архивланған.
  7. «Цветные» мосты Северной Венеции, 2009, с. 69
  8. Степнов, 1991, с. 305
  9. ЗАО «Институт «Стройпроект». История в проектах, 1990—2010. — 2010. — С. 78. — 116 с. — 1500 экз.
  10. Капитальный ремонт Синего моста 2013—2015 гг.//ЗАО «Пилон» 2017 йыл 1 декабрь архивланған.
  11. Синий мост через р. Мойку//ЗАО "Институт «Стройпроект»
  12. 5-455-П-АР Книга 5 Проект воссоздания торшеров-фонарей // Капитальный ремонт объекта: «Синий мост через р. Мойку». — ЗАО "Институт «Стройпроект», 2009. — Т. 3.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бунин М. С. Мосты Ленинграда. Очерки истории и архитектуры мостов Петербурга — Петрограда — Ленинграда. — Л.: Стройиздат, 1986. — 280 с.
  • Блэк И., Ротач А. Чугунные арочные мосты в Ленинграде // Архитектурное наследство. — 1955. — № 7. — С. 143—156.
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Ленинграда. — 3-е изд., испр. и доп. — Л.: Лениздат, 1985. — С. 472. — 511 с.
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — 4-е изд., перераб. — СПб.: Норинт, 1996. — С. 334—335. — 359 с. — ISBN 5-7711-0002-1.
  • Новиков Ю. В. Мосты и набережные Ленинграда / Сост. П. П. Степнов. — Л.: Лениздат, 1991. — 320 с.
  • Пунин А. Л. Повесть о ленинградских мостах. — Л.: Лениздат, 1971. — 192 с.
  • Трач Н. В. «Цветные» мосты Северной Венеции // История Санкт-Петербурга. — СПб.: Нестор, 2009. — № 6 (52). — С. 66—70.
  • Тумилович Е. В., Алтунин С. Е. Мосты и набережные Ленинграда. Альбом. — М.: Издательство Министерства Коммунального Хозяйства РСФСР, 1963. — 298 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]