Эстәлеккә күсергә

Күс (ауыл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күс

Күс (Күс артеле: «күсеп төпләнеүселәр артеле») — Ишембай ҡалаһының тарихи урыны[1], Стәрлетамаҡ районының элекке ауылы. Шулай уҡ «Күс ҡасабаһы» исеме аҫтында ла билдәле. Хәҙерге көнгә тиклем Ишембай тимер юл биҫтәһе составына ингән ҡасабала бер йорт һаҡланған. Ул 2144-се һайлау округына индерелгән[2][3]

Аллағыуат ауылынан бүленеп сыҡҡан йорт хужалары Ағиҙел йылғаһының иҫке улағы (башҡ. Иҫке Иҙел) ярында 1928 йылда яңы ауылға нигеҙ һала. Беренселәрҙән булып был урынға Нуриәхмәт һәм Ҡотлоәхмәт Фәйзуллиндар һәм Әхмәтвәли Әбләев йорттарын төҙөп ҡуя. Тәүҙә бер юлы 8 ғаилә, шунан тағы ла 2 ғаилә күсенә. Бер аҙҙан бында «Күс артеле» тигән колхоз ойошторола, ауыл да шул исем менән атала. Колхоздың һәм коммунистар ячейкаһының тәүге рәйесе Әбләев Әхмәтвәли Кашаф улы була. 1930-33 йылдарҙа «Күс артеле» һәм «Ҡыҙыл ауыл» «Башҡортостан» сәнәғәт колхозы составына инә. Сәнәғәт колхозы малсылыҡ, үҫемлекселек тармаҡтары буйынса эшләй. 1940—1966 йылдарҙа артелдең кустар производствоһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән кирбес заводы эшләй.

1930-сы йылдарҙа Нуриахмат Фәйзуллин, Әхмәтвәли Әбләев һәм Сәйфетдин Әмировтар ҡарағайҙан тимер менән ябылған ҙур матур йорттар төҙөп ҡуя.

Ауылда йорттар бер рәт булып теҙелеп ултыра. Иҫке Иҙел Малай Аллағыуат ауылы янындағы Новопетровск (Кожак) яғына табан боролоп аға.

Ауыл уртаһында бик таҙа һәм тәмле һыулы бер ҡоҙоҡ була. Ҡорбанлыкүл күленә яҡын ғына «ҡара» мунса урынлаша. Утын наҡыҫ булғанлыҡтан, мунсаны ике ғаиләнең бер булып яғыуы юлға һалына, йыуынғанда кер һабыны ғына ҡулланыла, сөнки башҡа төрлө һабын булмай.

1934 йылдан Күс ауылы Ишембай эшселәр ҡасабаһы составына индерелә, 1937—1940 йылдарҙа Ишембай районының Көҫәпҡол ауыл советына ҡарай. 1960 йылда ерҙәре «Салаватнефтеоргансинтез» производство берекмәһенең таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү өсөн бүленеүе сәбәпле, Күс ауылында йәшәүселәр күсерелә.

Артелдең үҙенең балта оҫталары, мейесселәре, тегенселәре, туғын бөгөүселәре һәм башҡа һөнәр эйәләре була.

Ҡотлоәхмәт һәм Нуриәхмәт Фәйзуллиндар яндырылмаған кирбес етештереүсе производство аса, артабан ул шаҡтай ғына киңәйтелә. 1940—1966 йылдарҙа яндырылған кирбес етештерә башлайҙар. Кирбес ҡулдан эшләнә, балсыҡты бутау һәм тапап тығыҙлатыу өсөн аттар ҡулланыла. 1950 йылда махсус станоктар ярҙамында кирбесте күпләп формаға һала башлайҙар.

1954 йылда кирбес заводында эшләгән хеҙмәткәрҙәр коллектив фотоға төшә.

1. Әхмәтғәли Кашаф улы Әбләев, 2. Хажғәли Хөсәйен улы Сәйфетдинов, 3. Хәйрәлла Сәхиулла улы Кәримов, 4. Сәйфетдин Сәфиулла улы Әмиров, 5. Сирай Ибраһимов, 6. Сәхиулла Хәйрулла улы Фәйзуллин, 7. Нурғәли Мөхәмәҙи улы Әхмәҙиев, 8. Нуриәхмәт Ҡәнәфи улы Фәйзуллин, 9. Бибинур Ғизулла ҡыҙы Фәйзуллина, 10. Ҡотлоәхмәт Ҡәнәфи улы Фәйзуллин.

Хәйрулла Кәримов шорник (ҡайыштар ат сбруйын яһаусы) булып эшләй.

Ауылда аттар өсөн һарай, һыйырҙар һәм һарыҡтар өсөн ферма була.

Абдулла Әбләев үҙ ихатаһында һарыҡ фермаһы ойоштора. Һарыҡ һөтө йыйылып, Аллағыуат (Ҡарлыкүл) ауылындағы һөт йыйыу пунктына тапшырыла. Артабан унан тәмле брынза әҙерләйҙәр. Һарыҡ фермаһын ойоштороусы һәм етәксеһе һарыҡ көтөүен балалары менән бергә көтә. Ул йылдар аслыҡ көслө була: бер мәл ферманың 13 һарығын бүре көтөүе бер төндә тамаҡлап сыға.

Бөйөк Ватан һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

23 ихатанан торған ике ауыл Бөйөк Ватан һуғышына 32 кешене ебәрә, уларҙың 12-һе 1941-45 йылдарҙа социалистик ватан өсөн һуғышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп һәләк була йәки хәбәрһеҙ юғала.

Бына улар: 1. Әнүәр Әхмәт улы Әбләев, 2. старшина Миҙхәт Сәйфетдин улы Әмиров, 3.рядовой Әмир Сәйфетдин улы Әмиров, 4. Нурғәли Мөхәмәт улы Әхмәҙиев, 5. рядовой Әбделхаҡ Йыһанур улы Ғәзизов, 6. рядовой Зинур Дауыт улы Ибраһимов, 7 Рәфҡәт Ғарифулла улы Кантюков, 8. рядовой Ҡадир Мөхөмөтша улы Насиров, 9. Хафиз Шакир улы Собханғолов, 10. әлкән сержант Тәлғәт Сәхи улы Фәйзуллин, 11. рядовой Зиннәт Нурый улы Фәйзуллин, 12. Ғаяз Нурый улы Хөснөтдинов.

Нефть-химияһы комбинатын төҙөү төбәктең экология торошон насарайта. Ауыл кешеләре Ишембай, Салауат ҡалаларына һәм башҡа тораҡ пункттарына күсерелә..

Ерҙәре Ишембай һәм Салауат ҡалалары составына индерелгән, ә халҡы күсерелгән Аллағыуат, Карлыкүл, Ирек, Ҡыҙыл Ауыл, Күс артеле, Новопетровск (Кожак) һәм Малай Аллағыуат ауылдары тураһында иҫкә алып, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы хәтергә алып хөрмәтләү йөҙөнән Стәрлетамаҡ — Салауат автотрасссаһы буйында, Ишембай ҡалаһына табан боролош янында «Юрматы Ере» мемориаль комплексы ҡуйыла.

  1. Ишимбай — это город? (ч. II), 2016
  2. Избирательный участок № 2144 (центр — ЖДС, ул. Локомотивная) пос. Железнодорожной станции Ишимбаево — полностью и дом, оставшийся в пос. Куч
  3. http://www.ishimbaimr.ru/attachments/article/1923/Газета%20-%20Схема%20одномандатных%20округов1%201.doc(недоступная ссылка)
  • Кадыров Ф. А. «Возвращение к истокам», 2002, 192 с. 110—114 биттәр.
  • Никулочкин, Д. В. Ишимбай — это город? : ч. II. «Город лишился территорий?» // Подметки+ : газ. / ред. Г. Р. Ямалова. — Ишимбай : РИК «Аспект», 2016. — № 3 (13 ғинуар). — С. 2. — ISSN 2220-8348.

http://yurmaty.ucoz.ru/index/artel_kuch/0-10