Көҫәпҡол ауыл советы (Маҡар районы)
Көҫәпҡол ауыл советы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1940 |
Көҫәпҡол ауыл советы — Маҡар районындағы (хәҙерге Ишембай районы) бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек. Үҙәге — Көҫәпҡол ауылы.
1935 йылда ойошторола («Башҡорт АССР-ының Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының 1935 йылдың 3 февралендәге Башҡорт АССР-ы райондары составында яңы селтәр ойоштороу тураһындағы Ҡарары», п.36).
1937 йылда Маҡар районынан БАССР-ҙа яңы ойошторолған Ишембай районына тапшырыла, тәүҙә уға өс кенә ауыл советы индерелә («Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының Башҡорт АССР-ында яңы райондар булдырыу тураһындағы Ҡарары», 20 март 1937 йыл)
1940 йылда Ишембай районы менән бергә бөтөрөлә. Ауыл советының үҙәге булған Көҫәпҡол яңы ҡала — Ишембай составына индерелә.
«РСФСР Юғары Советы Президиумының Ишембай эшсе ҡасабаһын ҡалаға әйләндереү һәм Башҡорт АССР-ының Ишембай районын бөтөрөү тураһындағы Указы», 10 февраль, 1940 йыл:
… 2. Ишембай ҡалаһы һыҙатына түбәндәге тораҡ пункттарын индереү тураһында: Ишембай районының Бурансы, Көҫәпҡол һәм Смаҡай ауылдарын. 3. Ишембай районынан: … Көҫәпҡол һәм Байғужа ауыл советтарын Маҡар районына күсереү һәм Ишембай районын бөтөрөү тураһында[1][2].