Эстәлеккә күсергә

Кәбеҫтә һымаҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәбеҫтә һымаҡтар
Тиле шалҡан
Тиле шалҡан (Barbarea vulgaris)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Brassicaceae Burnett, nom. cons. (1835)

Синонимдар
Төркөм өлгөһө

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  22669
NCBI  3700
EOL  4219
GRIN  f:166

Кәбеҫтә һымактар (лат. Brassicáceae), йәки Әүернә сәскәлеләр ғәиләһе (Cruciferae) — Ябыҡ орлоҡлолар бүлеге (Сәскәле үҫемлектәр) ике өлөшлөләр класы үҫемлектәре.

Бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләндәр. Ҡайһы берҙәре генә ярым ҡыуаҡ һәм ҡыуак булып торалар.

Был ғаилә 349 ырыу һәм 3 500 артыҡ төрҙө берлештерә[1].

Ботаник ҡылыҡһырлама

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кәбеҫтә сәскәһе диаграммаһы

Әүернә сәскәлеләр ғаиләһендәге бөтә үҫемлектәргә лә дөйөм билдәләр хас . Был үҫемлектәр бөжәктәр ярҙамында һеркәләнә, шуға күрә уларҙың күбеһенең нектар яһалыу органы бар һәм улар хуш еҫле була.

Был ғаиләгә ҡараған үҫемлек сәскәләренең төҙөлөшө бер төрлө, уларҙың таж япраҡсалары әүернә һымаҡ урынлашҡан.

Сәскәләре — актиноморф (дөрөҫ сәскәләр), һирәк кенә — зигоморф (симметрия яҫылығы берәү генә), ике енесле. Сәскә эргәлеге ике ҡатлы.

Сәскәләренең 4 каса япраҡсанан торған касаһы, 4 таж япраҡсалы тажы, 2-һе ҡыҫҡа һәм 4-һе оҙон булған 6 һеркәсе һәм бер емешлеге бар. Сәскәлеге — тәлгәш.

Емештәре — пәрҙәле ҡуҙаҡ йәки пәрҙәле бәләкәй ҡуҙаҡ, йәғни ҡыҫҡа пәрҙәле ҡуҙаҡ. Ҡуҙаҡтарының оҙонлоғо киңлегенән ике-өс тапҡырҙан артмай. Әүернә сәскәлеләрҙең япраҡтары һабаҡта алмашлап урынлашҡан йәки тамыр яны розеткаһына йыйылған.

Тамыр системаһы — үҙәк тамыр; ҡайһы бер үҫемлектәрҙә тамыраҙыҡтар барлыҡҡа килә.Был үҫемлектәргә үҙәк тамыр системаһы хас. Тамырҙарына запас матдә туплап, тамыраҙыҡтар барлыҡҡа килтереүселәре бар.

Япраҡтары ябай. Сиратлап урынлашҡан.

Сәскә формулаһы: .

  1. Brassicaceae (ингл.). The Plant List (2010). Version 1. Published on the Internet; http://www.theplantlist.org. Royal Botanic Gardens, Kew and Missouri Botanical Garden (2010). Дата обращения: 28 ноябрь 2011.