Кәшәлә (һырт)
Кәшәлә | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 561 метр |
Кәшәлә — Башҡортостандың Ишембай, Мәләүез һәм Бөрйән райондары сигендә ятҡан тау һырты. Нөгөш ҡушылдығы Кәшәлә йылғаһының һул яҡ яры буйлап һуҙылған. Оҙонлоғо — 15 км яҡын (Ишембай районында 6 км). Киңлеге — 2-4 км.
Иң бейек түбәһе- 628 м. Тау һыртының өс түбәһе ҡалҡып, күренеп тора (583 м, 606 м, 628 м). Һырттың төньяғы менән көньяғын айырып йөрөтәләр.
Төньяғында (рельф) уйпат, уйһыу урындар күп, улар буйлап шишмәләр, бәләкәй йылғалар яғып ята. Көнсығыш битләүендә ташйылғалар бар (боронғо төрки телдә «ҡорум», рус телендәге «курум»).
Көньяғының көнбайыш һырты текә, көнсығыш һырты- һөҙәк.
Тау тоҡомо ҡомташ, алевролиттар һәм үрге рифей доломиттарынан тора.
Кәшәлә итәгенән Кәшәлә йылғаһының күп ҡушылдыҡтары баш ала.
Һырт өҫтөндәге урман һәм тау һоро тупраҡта киң япраҡлы урмандар, ә аҡһыл- һоро урман һәм көрән тупраҡта ваҡ япраҡлы урмандар үҫә.
Һырттың төньяғындағы көнсығыш һырты Башҡортостан ҡурсаулығына инә (Бөрйән районы).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишимбайская энциклопедия.-Уфа: Башкирская энциклопедия.2015.С.295.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.