Эстәлеккә күсергә

Көмөш ташы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көмөш ташы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Стәрлебаш районы һәм Өмөтбай
Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышы. Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы.

Көмөш ташыБашҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Өмөтбай (халыҡ телендә: Ҡалмаҡ) ауылы янындағы тау башында ятҡан ғәйәт ҙур аҡ таш[1].

Күндерәк йылғаһы Ашҡаҙарға ҡойған ерҙә урынлашҡан Өмөтбай ауылы янындағы тау башында ағарып күренеп ултырған таштың атамаһы кеше исеменән барлыҡҡа килгән. Ташты Күндерәк йылғаһынан, 3 метр тәрәнлектән, Тимерғәле исемле егет күтәреп сығара, уға иптәштәре лә ярҙам итә (11 кеше). Ташты яр буйына алып сыҡҡандан һуң егеттәр төшкө ашҡа ҡайтып китә. Ә ҡатын-ҡыҙ Күндерәктә һыу төшөп ҡайтырға була. Көмөшбикә исемле киленсәк һыу төшөп сыҡҡандан һуң шул таш артына йәшеренеп кейенергә ниәтләй. Әммә таш уның өҫтөнә ауа ла ҡуя. Кешеләрҙе саҡырып, Көмөшбикәне ҡотҡаралар. Шул ваҡыттан алып уны Көмөш ташы тип атай башлайҙар һәм күмәкләп тау башына мендереп ултырталар.

Икенсе бер риүәйәт буйынса, ташты Тимерғәле исемле егет һыу төбөнән күтәреп сыға. «Был ташты 12 ат менән тау башына мендереп ҡуйғандар, Көмөшбикә ташы тип исем биргәндәр».[2].

• Рәшит Шәкүр. Ерҙең хәтер китабы. Башҡортостан китап нәширәте. 1984. —164 бит.

• Башҡорт легендары. Өфө. 1969. 144 бит

  1. Рәшит Шәкүр. Ерҙең хәтер китабы. Башҡортостан китап нәшриәте. 1984 йыл. 5000 экз., стр. 164
  2. Башҡорт легендалары. Өфө. 1969. 144 бит