Көнбайышҡа сәйәхәт
«Көнбайышҡа сәйәхәт» (ҡыт. трад. 西遊記, упр. 西游记, пиньинь: Xīyóujì, палл.: Си ю цзи пиньин Xīyóujì, палл. Си ю цзи) ҡытай телендәге дүрт классик романдарҙың береһе. 1590-сы йылдарҙа автор күрһәтмәйенсә баҫылып сыға. Боронғо заманда китапты У Чэнъэнь яҙған, тигән фекер нығына.
Сюжеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]100 бүлектә фантастик-сатирик роман монах Сюаньцзандың Һиндостанға Ебәк юлы буйлап будда сутралары артынан сәйәхәте хаҡында бәйән итә. ммә төп ҡатнашыусы булып сюаньцзан үҙе түгел, ә уның юлдашы — маймылдар батшаһы Сунь Укун була. Сюаньцзандың башҡа юлдаштары араһында — комик ярымкеше-ярымсусҡа Чжу Бацзе, монах Ша Сэн һәм элек принц булған аҡ аждаһа-ат.
Структура яғынан китап плут романы нигеҙенә үтә күренмәле будда аллегорияһы һалынған мауыҡтырғыс эпизодтар теҙмәһенән ғибәрәт. Роман стилистик яҡтан бик ҡатмарлы: тарихи нигеҙ — бында фантастик мажаралар, фольклор хикәйәләү башланғысы — автор, халыҡ телмәре юғары әҙәби тел менән берләшә, проза күп һанлы шиғри аңлатмалар менән аралаштырыла.
Тәржемәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Романдың инглиз теленә ҡыҫҡартылған тәржемәһе (Monkey), Артур Уэйли башҡара, 1942 йылда донъя күргән.
- Романдың рус теленә тәүге тулы тәржемәһен А. Рогачев (1-2 том) һәм В. Колоколов (3-4 томда) башҡаралар, дүрт томда баҫылып сыға (М.: ГИХЛ, 1959). Ул 1954 йылда баҫылып сыҡҡан баҫма буйынса эшләнгән, Пекинда «Яҙыусы» нәшриәтендә баҫтырыла[1] Һуңыраҡ был тәржемә өс тапҡыр яңынан нәшер ителә (Рига: Полярис, 1994; М. Эннеагон Пресс, 2008; СПб.: Фән, 2015).
Дауам итеү, эшкәртеү, экранлаштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1641 йылда Дун Юэ бәләкәй генә романын баҫтырып сығара «Көнбайышҡа сәйәхәт романына өҫтәмә[A Supplement to the Journey to the West]». Ваҡиғалар У Чэнъэньдың романының 61-се һәм 62-се бүлектәре араһында бара. 1990 йылда уның рус теленә тәржемәһе баҫылып сыға, В. Малявин тарафынан башҡарыла.
- Шулай уҡ «Көнбайышҡа сәйәхәт» тарихы нигеҙендә 1984 йылда «Аждаһа Ынйыһы» исеме аҫтында Акира Торияманың мангаһы булдырыла.
Театрҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Көнбайышҡа сәйәхәт» романы сюжетын Цзанцзюй жанрында Ян Цзиньсянь пьесаһына һала, әлеге пьеса үҙенең феноменаль оҙайлығы менән билдәле (бер пьесаға алты пьеса берләштерелә).
- 2007 йылда роман нигеҙендә Деймон Албарн тарафынан опера ҡуйыла.
Кинола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гонконгта төшөрөлгән тулы метражлы фильмдар серияһы (Сунь Укун ролендә Чау Лунчён һәм Юэ Хуа)
- Маймыл Көнбайышҡа китә (1966)
- Тимер веер принцессаһы (1966)
- Үрмәкес мәмерйәһе (1967)
- Йәндәр ере (1968)
- Башҡа киноадаптациялар:
- Ҡытай Одиссеяһы[en] (2005, Сунь Укун — Стивен Чоу)
- Ҡытай тарихы?! (2005, Сунь Укун — Чэнь Болинь)
- Тыйылған батшалыҡ (2008, Сунь Укун — Джет Ли)
- Көнбайышҡа сәйәхәт: демондарҙы еңеү (2013, Сунь Укун — Хуан Бо)
- Маймылдар батшаһы[en] (2014, Сунь Укун — Донни Йен)
- Көнбайышҡа сәйәхәт: Демондар (2017)
- Царь обезьян: Царство женщин (2018)
Телевидениела
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡытай, Гонконг йәки Тайвань етештергән сериалдар
- Көнбайышҡа сәйәхәт (сериал, 1986)[Journey to the West (1986 TV series)] (1986, 1999, в двух сезонах; төп ролдә — Чжан Цзиньлай)
- Көнбайышҡа сәйәхәт (сериал, 1996)[en] (1996, 1998, ике сезон; төп ролдә — Дикки Чун, һуңғараҡ — Бенни Чань)
- Маймылдар батшаһы: Сутралар артынан поход[en] (2002; төп ролдә — Дикки Чун)
- У Чэнъэнь һәм Көнбайышҡа сәйәхәт[en] (2010; У Чэнъэнь һәм Сунь Укун ролендә — Чжан Цзиньлай)
- Көнбайышҡа сәйәхәт (сериал, 2010)[en] (2010; Сунь Укун ролендә — Фэй Чжэньсян)
- Көнбайышҡа сәйәхәт (сериал, 2011)[Journey to the West (2011 TV series)] (2011; төп ролдә — У Юэ)
- Япония һәм Корея сериалдары
- Көнбайышҡа сәйәхәт (1978—1980) ике сезонда 26-шар серия, шулай уҡ The Monkey йәки Monkey Magic булараҡ билдәле. Төп ролдә (япон әйтелешендә Сон Гоку) — Масааки Сакаи Трипитаки/Сюаньцзана/Сандзо Хоси ролендә — актриса Масако Нацумэ; был сериалда ҡатын-ҡыҙ ролен ҡатын-ҡыҙ башҡара.
- Көнбайышҡа сәйәхәт (2006), шулай уҡ Saiyuki булараҡ билдәле. Төп ролдә — Синго Катори, Трипитаки ролендә — актриса Эри Фукацу. Камео сифатында сериалда Масааки Сакаи ҙа күренә — Будда Шакьямуни ролендә.
- Хваюги/Корея одиссеяһы (Корея Республикаһы, 20 серия, 2017). Роман мотивтары буйынса фантазиянан ғибәрәт, ғәмәле хәҙерге Көньяҡ Кореяға күсерелгән; төп ролдә (Корея телендәге төш Огон) Ли Сынги, төп ҡатын-ҡыҙ ролендә Роман мотивтары буйынса фантазиянан ғибәрәт, ғәмәле хәҙерге Көньяҡ Кореяға күсерелгән; төп ролдә (Корея телендә Сон Огон) Лы Сынги, төп ҡатын-ҡыҙ ролендә О Ёнсо.
- Көнбайыш сериалдары
- Король обезьян[en] (США һәм башҡалар, 2001, 4 серия).
Мультипликацияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡытай трилогияһы:
- Сунь Укун: Переполох в Небесных чертогах (1965)
- Сунь Укун: Женьшень ғүмере емештәре
- Сунь Укун: Маймылдар батшаһы демондарҙы еңә
- Аждаһа ынйыһы (1986) / Dragon Ball — Акира Торияма авторлығындағы аниме-экранизация, уның нигеҙендә «Көнбайышҡа сәйәхәт» романы.
Видеоуйындарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ganso Saiyūki: Super Monkey Daibōken — япон RPG — Vap компанияһынан .
- Sayuki: Journey West — япон RPG — Koei компанияһынан.
- Enslaved: Odyssey to the West — атамаһы, сюжеты һәм персонаждары «Көнбайышҡа сәйәхәт» әҫәренә тап килә.
- Unruly Heroes — уйын, төп геройҙары оригиналь әҫәрҙгә тап килә.
- Black Myth: Wukong — игра студии
Башҡалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Никольская С. В. Буддийские мотивы в романе У Чэнъэня «Путешествие на Запад» (XVI в.) // Философские вопросы буддизма / отв. ред. В. В. Мантатов. — Новосибирск: Наука, 1984. — С. 114—123. — 128 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ А. Рогачев У Чэн-энь и его роман «Путешествие на Запад» // У Чэн-энь. Путешествие на Запад / Перевод с китайского, вступ. ст. и прим. А. Рогачева; перевод стихов под ред. А. Адалис и И. Голубева. — М.: Государственное издательство художественной литературы, 1959. — Т. 1. — С. 15.
- ↑ Lego Group. LEGO® Monkie Kid™ - a new hero is born, a new story is waiting to unfold . Lego.com. Lego (15 май 2020). Дата обращения: 15 май 2020. Архивировано 15 май 2021 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнбайышҡа сәйәхәт Викимилектә |
- «Путешествие на запад» на английском и китайском языках
- На Запад — китайский комикс «Monkey Series» по мотивам «Путешествия на Запад».
- «Путешествие на Запад» в переводе А. Рогачёва
- Аудиокнига — «Путешествие на Запад» на русском языке в 4 томах (время воспроизведения 96:50:44)