Эстәлеккә күсергә

Көнсығыш Сараево университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көнсығыш Сараево университеты
Исеме

Универзитет у Источном Сарајеву

Асылған йылы

1992

Тип

Дәүләт

Ректор

Митар Новакович

Урынлашыуы

Серб Республикаһы

Юридик адресы

Көнсығыш Сараево (Источно-Сараево) ҡалаһы, Лукавица районы, Вук Караджич урамы, 30

Сайт

http://www.ues.rs.ba/

Көнсығыш Сараево университеты (Источно-Сараево университеты; сер. Универзитет у Источном Сарајеву) — Босния һәм Герцеговина Серб Республикаһының Көнсығыш Сараево (Источно-Сараево сер. Источно Сарајево, босн. Istočno Sarajevo) ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто.

Университет 1992 йылдың 14 сентябрендә Серб Републикаһы Халыҡ йыйылышы ҡарарына ярашлы Сараево университетының дауам итеүсеһе булараҡ ойошторола[1].

Бөгөнгө көндә университеттың ике академияһында һәм ун биш факультетында 15 меңгә яҡын студент белем ала.

  • Сәнғәт академияһы
  • Православие богослов
  • Иҡтисад (Пале ҡалаһында)
  • Иҡтисад (Брчко ҡалаһында)
  • Электротехник
  • Фәлсәфә
  • Физик тәрбиә һәм спорт
  • Бизнес иҡтисады
  • Етештереү һәм идара итеү
  • Механика-машиналар төҙөү
  • Музыка академияһы
  • Медицина (Фоча ҡалаһында)
  • Педагогия
  • Ауыл хужалығы
  • Юридик
  • Юл хәрәкәтен ойоштороу
  • Технологик[2]
  • 1993—2000 — Воислав Максимович
  • 2000—2005 — Бориш Старович[3]
  • 2005 йылдан — Митар Новакович