Ланге һарайы
Архитектура ҡомартҡыһы | |
Ланге һарайы
Тор Ланге һарайы | |
Ил | Украина |
Урыны | Винница өлкәһенең Липовец районы Нападовка ауылы |
Бина тибы | Һарай |
Архитектура стиле | класицизм |
Нигеҙләүсе | Валериан Прилуцкий (1740—1830) |
Ланге һарайы Викимилектә |
Нападовкалағы һарай — XVIII быуат һуңындағы классицизм стилендә төҙөлгән бина өлгөһө. Элек уның хужаһы билдәле Дания шағиры, дипломат, тәржемәсе һәм ғалим Тор Ланге була (1851—1915).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуат һуңында төҙөлгән һарай эргәһендә ҙур булмаған парк булған, һарай алды — асыҡ. Биләмә бейек стеналар менән уратып алынған, инеү урынында ҡапҡалар бар. Тәүҙә бина һары төҫтә була. Һуңынан тағы бер бина төҙөлә һәм иҫкеһе флигель булараҡ файҙаланыла башлай.
Яҙыусы Мельник Виктор Иванович революцияға тиклемге Рәсәй империяһын һәм һарайҙа йәшәүселәрҙе шулай һүрәтләй:
«Нападовка ауылы һәм усадьба менән Дания шағиры, тәржемәсе һәм ғалим Тор Неве Ланге (1851-1915) исеме тығыҙ бәйле. Уның ҡаҙаныштары араһында украин халыҡ йырҙарының бик күп тәржемәһе, Украинаның иҫтәлекле урындарын ураһындарын һүрәтләү ҙур урын алып тора. Тап ул Дания халҡын беренсе тапҡыр Украина мәҙәниәте менән таныштыра. Ланге оҙаҡ йылдар Рәсәй империяһында йәшәй. 1883 йылда сығышы менән нападовка ауылынан булған Наталья Протопоповаға өйләнә һәм мәңгелеккә икенсе йортона — Протопоповтарҙың тыуған ерҙәренә эйә була. Оҙаҡ йылдар ланге ошо усадьбала эшләй, йәйге ялға һарайға килә. Тор Ланге 1915 йылдың 22 февралендә Нападовкала вафат була һәм Протопоповтарҙың ғаилә склебында ерләнә. Бары тик 1920 йылдарҙа ғына туғандары уның ҡалдыҡтарын Копенгагенға алып ҡайта".
Советтар Союзы дәүерендә Тор Ланге һарайы, башҡа һарайҙар кеүек үк, икенсе маҡсатта ҡулланыла (унда мәктәп урынлаша).
Әлеге ваҡытта һарайҙың:
- Төп бинаһы;
- Флигель (элекке «һары» һарай)
- Ҡапҡалар;
- Түңәрәк бассейн;
- Парктың бер өлөшө һаҡланып ҡалған.
Тейешле тәрбиә булмағанлыҡтан, усадьба яйлап емерелеп бара.
Хужалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нападовкалағы һарайға Валериан Прилуцкий (1740—1830) нигеҙ һала. Артабан бында уның улы Ян хужа була (? −1853), һуңынан уларҙың туғаны Юлиан Струтинскийға күсә. Һарайҙың һуңғы хужаһы Ланге була.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ҡапҡа һәм флигель
-
Флигель
-
Үҙәк инеү урыны
-
Һаҡлау билдәһе
-
Ҡабырғанан күренеш
-
Парк яғынан һарай күренеше
-
Бассейн
.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Aftanazy, Roman (1996), «Dzieje rezydencji na dawnych kresach Rzeczypospolitej. Województwo bracławskie.» (2 przejrzane i uzupełnione ed.), Wrocław, Warszawa: Zakład Narodowy im. Ossolińskich, сс. 210-215, ISBN 83-04-04314-9
- Опис садиби із фотографіями
Ланге һарайы Викимилектә |