Лаптевтар диңгеҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Лаптевтар диңгеҙе
Майҙаны672 000 км²
Күләме363 000 км³
Яр буйы оҙонлоғо1300 км
Иң ҙур тәрәнлек3385 м
Уртаса тәрәнлек540 м
Лаптевтар диңгеҙе (Рәсәй)
Blue pog.svg
Лаптевтар диңгеҙе
Лаптевтар диңгеҙе
Commons-logo.svg Лаптевтар диңгеҙе Викимилектә

Лаптевтар диңгеҙеТөньяҡ Боҙло океан диңгеҙе. Көнбайышта Төньяҡ Ер утрауҙары, көньяҡ-көнбайышта Таймыр ярымутрауы, көньяҡта Себерҙең төньяҡ яр буйы һәм көнсығышта Яңы Себер утрауҙары менән сикләнгән. Урыҫ поляр тикшеренеүселәре — ике туған ағалы-энеле Дмитрий һәм Харитон Лаптевтар хөрмәтенә аталған, 1935 йылға тиклем Норденшёльд диңгеҙе атамаһын йөрөткән.

Диңгеҙ йылына туғыҙ айҙан күберәк температураһы 0 °C-тан түбән булған ҡырыҫ климатҡа, һыуҙың түбән тоҙлолоғона, ярлы флора һәм фаунаға, һәм шулай уҡ яр буйҙары халҡының аҙ һанлы булыуына эйә. Август һәм сентябрь айҙарынан башҡа ваҡытта диңгеҙ тулыһынса боҙ менән ҡаплана.

Лаптевтар диңгеҙендә бер нисә тиҫтә утрауҙар бар, уларҙың күптәрендә яҡшы һаҡланған мамонт ҡалдыҡтарын табалар.

Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һәм Төньяҡ диңгеҙ юлы буйлап навигация был төбәктә кеше эшмәкәрлегенең төп төрҙәре булып тора. Балыҡ тотоу һәм һунар итеү таралған, әммә улар иҡтисади әһәмиәткә эйә түгел. Иң эре тораҡ пункт һәм порт — Тикси.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ-ара гидрография ойошмаһына ярашлы Лаптевтар диңгеҙенең сиктәре

Майҙаны — 672 000 км².

Диңгеҙгә ҡойоусы иң ҙур йылға[1] — Лена. Лаптевтар диңгеҙенә шулай уҡ артабанғы эре йылғалар ҡоя: Хатанга, Анабар, Оленёк, Яна.

Яр буйҙары ныҡ йырғыланған һәм төрлө ҙурлыҡтағы ҡултыҡтарҙы һәм бухталарҙы барлыҡҡа килтерә. Яр буйы ландшафты төрлө, ҙур булмаған тауҙар бар[2]. Иң эре ҡултыҡтары: Хатанга, Оленёк, Фаддей, Яна, Анабар, Мария Прончищева бухтаһы, Эбелях, Буор-Хай[3].

Диңгеҙҙең көнбайыш өлөшөндә һәм йылға дельталарында дөйөм майҙаны 3784 км² менән бер нисә тиҫтә утрауҙар урынлашҡан. Иң ҙур утрау төркөмдәре: Төньяҡ Ер, Комсомольсая правда һәм Фаддей утрауҙары. Иң ҙур яңғыҙ урауҙар: Оло Бегичев (1764 км²), Бельковский (500 км²), Кесе Таймыр (250 км²), Столбовой (170 км²), Старокадомский (110 км²) һәм Ҡомло (рус. Песчаный; 17 км²)[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ecological assessment of pollution in the Russian Arctic region, Global International Waters Assessment Final Report
  2. 2,0 2,1 Море Лаптевых в книге: А. Д. Добровольский, Б. С. Залогин. Моря СССР. Изд-во Моск. ун-та, 1982
  3. Море Лаптевых, Большая Советская Энциклопедия

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]