Лауреано Вальенилья Ланс
Лауреано Вальенилья Ланс | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Венесуэла |
Вторая фамилия в испанском имени | Lanz[d] |
Тыуған көнө | 11 ноябрь 1870 |
Тыуған урыны | Барселона[d], Венесуэла |
Вафат булған көнө | 16 ноябрь 1936 (66 йәш) |
Вафат булған урыны | Париж, Франция |
Һөнәр төрө | тарихсы, сәйәсмән, социолог, журналист, дипломат, яҙыусы |
Биләгән вазифаһы | сенатор Венесуэлы[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Лауреано Вальенилья Ланс Викимилектә |
Лауреано Вальенилья Ланс (исп. Laureano Vallenilla Lanz ; 1874 йылдың 10 ноябрендә Венесуэланың Ансоатеги штаты Барселона ҡалаһында тыуған —1936 йылдың 16 ноябрендә Парижда, Францияла вафат булған) — венесуэла тарихсыһы, интеллектуал, социолог, дәүләт һәм илселек эшмәкәре (дипломат).
20 йылға яҡын Венесуэла диктаторы Хуан Висента Гомес хөкүмәтендә Милли когресс (парламент) рәйесе вазифаһын башҡарған.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хуан Висента Гомес режимы апологеты булараҡ билдәле. Президент Хуан Висента Гомес осоронда Эске эштәр министры булған.
1930-сы йылдарҙа Францияла Венесуэланың тулы хоҡуҡлы ғәҙәттән тыш илсеһе булған.
Л. Вальенилья Ланс, башҡа латин америка илдәренән айырмалы үҫешен һәм венесуэла демократияһының «үҙенсәлекле» характерын билдәләп, либераль мәктәптең Венесуэла тарихына ҡарашын ҡабаттан өйрәнгән. Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш граждандар һуғышынан өҫтөнлөклөрәк тигән тезис тәҡдим иткән.
Раса проблемаларына, власть менән мөнәсәбәттәр һәм социаль үҫешкә ҡағылған тарихи һәм социологик теорияларҙы ентекләп эшләү яғынан үҙ өҫтөнә бик ҙур яуалылыҡ йөкләгән. «Халыҡ массалары артта ҡалған һәм тыңлауһыҙ социаль төркөм», тип ҡараған һәм «массаларҙың энергияһын демократик тәртипкә йүнәлтә алған популяр көслө кеше тарафынан» сәйәси хакимлыҡ тормошҡа ашырылырға тейеш, тип раҫлаған. Реакцион милләтселек, йәғни «демократик цезаризм» теорияһы авторы, һәм шуға ярашлы, аграр илдәрҙә демократия бары тик бер генә кешенең йәки цезарҙың (жандарм) ҡулына бирелгән милитаристик диктатура, һәм был диктатура туранан-тура халыҡ ихтыярын сағылдырырға, аристократияның олигархик ынтылыштарын баҫтырырға һәм милләт берҙәмлеген тәьмин итергә саҡырылған власть, тип ҡылыҡһырлаған.
Һайланған хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Cesarismo democrático, Estudios sobre las bases socialógicas de la constitutión efectiva de Venezuela, 3 ed., Car., 1952.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. 1969—1978.
- Энциклопедический справочник «Латинская Америка». — М.: Советская Энциклопедия. Главный редактор В. В. Вольский. 1979—1982.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Laureano Vallenilla Lanz (исп.)
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- 11 ноябрҙә тыуғандар
- 1870 йылда тыуғандар
- Венесуэлала тыуғандар
- 16 ноябрҙә вафат булғандар
- 1936 йылда вафат булғандар
- Парижда вафат булғандар
- Тел өсөн һылтанмалар
- Венесуэла тарихсылары
- Венесуэла социологтары
- Венесуэланың эске эштәр министрҙары
- Венесуэла дипломаттары
- Францияла Венесуэла илселәре
- Парламенттар спикерҙары