Ленин һәйкәле (Аҙау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ленин һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1978
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Аҙау
В память о Ленин Владимир Ильич
Һүрәтләнгән объект Ленин Владимир Ильич
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Ленин һәйкәле Викимилектә

Аҙау ҡалаһында В И. Ленин һәйкәле — Аҙау ҡалаһының Петровский майҙанында (элекке III Интернационал майҙаны) В.И. Ленин һәйкәле

Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[1].

1978 йылдың 30 апрелендә Лениндың тыуыуына 108-йыллыҡ уңайы менән асыла. Бер үк ваҡытта һәйкәл тирәләй Аҙау ҡала башҡарма комитетының рәйесе А.Т. Иванов һәм ҡаланың баш архитекторы В.Т. Фоменко проекты буйынса майҙан реконструкциялана.

Һәйкәлдең авторы: скульптор Ю. Г. Орехов ( Мәскәү ҡалаһы) һәм архитекторҙар В. А. Петербуржцев һәм А. В. Степанов.

Һәйкәл әзербайжан тәбиғи гранитынан бысып алынған Лениндың ярым фигураһынан тора

Дөйөм бейеклеге — 10,8 метр, трибуна бейеклеге — 5,3 метр, пьедестал бейеклеге 5,5 метр тәшкил итә.

Пьедестал шымартылған гранит менән көпләнгән, ә һул яҡтан гранит «тун» менән ҡоролған.

Һәйкәлде ҡороу РСФСР монумент сәнғәте таш юныусылары бригадаһы, Мәскәүҙең ҡала ремонт-төҙөлөш идаралығы эшселәре тарафынан башҡарыла. Пьедесталдағы металл хәрефтәрҙе Аҙау оптика-механика заводы эшләгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]