Ленин һәйкәле (Стәрлетамаҡ, Ленин проспекты)
Ленин һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Стәрлетамаҡ |
Ленин һәйкәле Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Башҡорт дәүләт драма театры янындағы майҙанда (элекке Химиктар мәҙәниәт һарайы), Ленин проспектында урынлашҡан.
Төҙөү һәм асыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ленин һәйкәлен асыу ҡаланың 200-йыллығына тап килтерелә. 1966 йылдың 2 июлендә Химиктар мәҙәниәт һарайы янындағы майҙанда (хәҙерге Башҡорт драма театры) байрамса демонстрацияла В. И. Ленин һәйкәле асыла.
Һәйкәлдең авторҙары — атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың халыҡ рәссамы Т. П. Нечаева һәм БАССР-ҙың халыҡ рәссамы Борис Фузеев. Майҙандың барлыҡ биҙәлеше улар тарафынан эшләнә — аҡ кафель түшәлгән ҙур булмаған бассейн, бетон плиталар, улар араһында үләндәр йәшәрә, майҙандың ситендә трибуна.
Һәйкәл майҙандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан һәм гранит постаменттағы торстан ғибәрәт. Лениндың кәүҙәһе алға төбәлгән, яурыны һәм йөҙ һыҙаттары асыҡ беленә. Һәйкәлде бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә — ике ай эсендә эшләйҙәр. Эшселәр һәйкәлде төҙөү өҫтөндә тәүлегенә 18 сәғәт эшләйҙәр.
Әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР мәлендә һәйкәл эргәһендәге трибуна ҡаланың партия етәкселеге сығыш яһау өсөн ҡулланыла, ә майҙан буйынса Беренсе май һәм Октябрь демонстрациялары үтә. Бөгөн һәйкәл янында йәштәр йыйыла, ә трибунаһы Еңеү көнө парад үткәргәндә ҡулланыла.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Для города, для нас, Стерлитамакский рабочий (9 июль 1966). 20 октябрь 2012 тикшерелгән. 2016 йыл 4 март архивланған.
- Фаяз Юмагузин. 18 апреля Международный день памятников. Как создавался монумент Ленину на проспекте Стерлитамака, Стерлитамакский рабочий (18 апрель 2012). 20 октябрь 2012 тикшерелгән. 2016 йыл 4 март архивланған.