Леонидовтың килем йорто
Леонидовтың килем йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Дондағы-Ростов |
Мираҫ статусы | Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Леонидовтың килем йорто Викимилектә |
Леонидовтың килем йорто (яҙыусы А. А. А. Бахарев һәм В. Н. Семин йәшәгән һәм эшләгән йорт) — бина XX быуат башында Дондағы Ростовта Ҙур Баҡса урамы һәм Халтурин тыҡрығы киҫешкән урында төҙөлгән. Мәҙәниәт ҡомартҡыһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. А. Леонидовтың килем йорто Энгельс урамы (хәҙер Ҙур Баҡса урамы) һәм Халтурин тыҡрығы (хәҙер Б.Никольский тыҡрығы) киҫешкән урында урынлашҡан.
Йортта яҙыусы һәм журналист А. А. Бахарев йәшәгән. Бахаревтың ғаиләһе өсөнсө ҡаттағы фатирҙа йәшәгән. Бында А. А. Бахарев (1911—1974) 1950 йылдан алып 1974 йылға тиклем йәшәгән һәм эшләгән. Яҙыусы Волга-Дон каналы, рус селекционеры һәм биологы И. В. Мичурин мираҫы, колхоз кешеләренең тормошо тураһында очерктар яҙған. 1961 йылдан алып 1974 йылға тиклем яҙыусы Ростов өлкәһе яҙыусылар ойошмаһы идаралығын етәкләгән, «Почёт Билдәһе», «Ҡыҙыл байраҡ» ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгән. Фатирының тәҙрәһе төньяҡҡа ҡарай сыҡҡан.
Ошо уҡ йорттоң дүртенсе ҡатында Виталий Николаевич Семиндың (1928—1978) ғаиләһе йәшәгән, ул бер нисә романдың: «Женя һәм Валентина» (1972), «ОСТ күкрәк билдәһе»; хикәйәләрҙең «Ася Александровна», «Беҙҙең әбейҙәр», «Инәйҙәрҙә ҡунаҡта», «Хужа», «Ҡырҡ икенсе йылда», «Йылға буйында», «Эй!», «Йылға буйлап аҫҡа табан» һ. б. авторы булып тора.
Әлеге ваҡытта яҙыусылар йәшәгән фатирҙарҙың мемориаль ҡиәфәте юғалған.
1983 йылда бинаның фасадында ике мемориаль таҡта ҡуйылған: «Был йортта 1950 йылдан алып 1974 йылға тиклем яҙыусы Бахарев Александр Арсеньевич (1911—1978 йй.) йәшәгән һәм эшләгән» һәм «Был йортта 1970 йылдан алып 1978 йылға тиклем яҙыусы Сёмин Виталий Николаевич (1927—1978 йй.) йәшәгән һәм эшләгән»
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҙур Баҡса урамындағ бина XX быуат башында сауҙагәр А. А. Леонидовтың килем йорто кеүек төҙөлә. Октябрь революцияһынан һуң XX быуаттың 20-се йылдарында йорт национализациялана. Уның беренсе ҡаты төрлө учреждениеларға бирелә, өҫкө ҡаттары торлаҡ фатир йәки бүлмәләр була. Йорттоң подвалы бар, ҡыйығы ике яҡлы.
Дүрт ҡатлы кирбес бинаның фасадтары барокко һәм классицизм деталдәрен стилләштереп төҙөлгән. Өҫкө ҡаттағы тәҙрәләре тәҙрә ҡапҡастары менән биҙәлгән. 2-се һәм 4-се ҡаттағы тәҙрә ҡапҡастары сандриктар менән тулыландырылған. Икенсе ҡат тәҙрәләре ярым түңәрәк. 2, 3, 4-се ҡаттарының планировкаһы — секциялы, беренсе ҡатта бер нисә ярҙамсы биналар урынлашҡан.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Весь Ростов и Нахичевань-на-Дону на 1913 г. — Харьков, 1913. — С. 12.
- Писатели Дона. Библиографический указатель. — Изд. 2-е. — Ростов-н/Д, 1966. — С. 55 — 56, 274—276.
Аңлатмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Это здание составляет один объект культурного наследия с соседним примыкающим зданием — доходный домом А. А. Леванидова (Халтуринский пер., 43/ул. Шаумяна, 13). Номер этого объекта в старом реестре Минкульта РФ — 6130046000, новый ЕГРКН 611410095490005
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]