Эстәлеккә күсергә

Линден Наталья Агаповна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Линден Наталья Агаповна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1887
Вафат булған көнө 4 сентябрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Һөнәр төрө ғалим
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Наталья Агаповна Линден (1887 — 1963 йыл 4 сентябрь) — Рәсәй ғалим-сейсмологы, совет сейсмологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

1887 йылда Вятка губернаһының Шудаг ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Ауыл мәктәбен, ике класлы училищены һәм Вятка ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын (1905) тамамлай. 1905 йылда Бестужев юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсының физика-математика факультетына (Санкт-Петербург) уҡырға инә, уны 1912 йылдың майында тамамлай.

Фәндәр академияһының сейсмология бүлегендә эшләй, ул артабан СССР Фәндәр академияһының сейсмология институты итеп үҙгәртелә.

Беренсе совет сейсмик станцияларҙа сейсмик аппаратура урынлаштырыуҙа ҡатнаша. 1920-се йылдар башынан СССР сейсмик станциялар селтәренең яуаплы телесейсмик бюллетень төҙөүсеһе.

А. Я. Левицкаяның Ҡырым-Ҡара диңгеҙ регионының һәм Линден Наталья Агаповнаның Арктика һәм Урта Азияның сейсмология күренештәре буйынса хеҙмәттәре, сейсмология менән райондың геологияһы араһында бәйләнеш тураһында һорау ҡуйырға һәм ер тетрәүҙәрҙе регионда барған тектоник процестар эҙемтәһе итеп ҡарарға мөмкинлек бирә. Халыҡ хужалығы маҡсатында ҡулланылған сейсморайонлаштырыу карталары уларҙың тикшеренеүҙәренең практик һөҙөмтәһе булып тора.

Физика-математика фәндәре кандидаты.

1963 йылдың 4 сентябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Ленин ордены (1953)[1].

- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (10.06.1945)

  • Каталог глубокофокусных землетрясений по данным сейсмической сети СССР за 1909—1944 годы. Москва изд-во и 2-я тип. Изд-ва АН СССР 1947
  • О землетрясении 20 XI 1933 г. в Баффиновом заливе и распределении сейсмических очагов в Арктике [Текст] / Н. В. Райко, Н. А. Линден. О сейсмичности Арктики / Д. И. Мушкетов ; Н. В. Райко, Н. А. Линден. — М. : Изд-во АН СССР, 1935. — 15 с. + 1 вкл. л. — (Труды Сейсмологического института / АН СССР ; № 61).
  • Саваренский Е. Ф., Линден Н. А., Массарский С. И. Землетрясения Туркмении и Ашхабадское землетрясение 1948 г.// Изв. АН СССР. Сер.геофиз.1953.
  1. Вестник Академии наук СССР, Том 10, Академия наук СССР, 1953
  • Изв. АН СССР, серия Геофизика 1964, No 2, 260 (Некролог)