Лондондерри (Нью-Гэмпшир)
Лондондерри | |
Нигеҙләү датаһы | 1722 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Дерри[d] |
Дәүләт | Америка Ҡушма Штаттары[1] |
Административ-территориаль берәмек | Рокингхем[d][1] |
Статистическая область | Nashua NECTA division[d] |
Халыҡ һаны | 25 826 кеше (1 апрель 2020)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 128 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Вологда |
Сиктәш | Манчестер[d], Нашуа[d], Оберн[d], Дерри[d], Litchfield[d] һәм Windham[d] |
Майҙан | 109,04 км² |
Почта индексы | 03053 |
Рәсми сайт | londonderrynh.org |
Число домохозяйств | 9569 ± 369[3] |
Доход на душу населения | 46 674 $[4] |
Урындағы телефон коды | 603 |
Лондондерри Викимилектә |
Лондондерри (ингл. Londonderry) — был ҡала Яңы Англияла, Рокингхэм графлығының көнбайыш өлөшөндә, Нью-Гэмпшир штаты, АҠШ урынлашҡан. Төньяҡтан Манчестер ҡалаһы менән, ә көнсығыштан Дерри ҡалаһы менән сиктәш. 2007 йылдың мәғлүмәттәре буйынса, ҡаланың халыҡ һаны — 24 975 кеше. Лондондерри үҙендә өлөшләтә Манчестер-Бостон аэропорты урынлашҡаны өсөн, билдәле.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1718 йылда ауылға нигеҙ һалына. 1722 йылда ҡалаға рәсми рәүештә Лондондерри исеме бирелә, Төньяҡ Ирландияның Ольстер өлөшендәге Дерри йәки Лондондерри ҡалаһының хөрмәтенә исем бирелә. Үҙенең исеме менән Лондондерри ҡалаһы, Антрим, Дерри һәм Данбартон кеүек үк был регионда йәшәгән ольстер шотландтарына бурыслы.
Иртә колониаль ваҡытында Лондондерри ҙурлығы буйынса икенсе урында булған, ә Дерри һәм Манчестер өлөшө Лондондерринан хасил була.
1790 йылда, беренсе халыҡ иҫәбен алыу үткәргәндән һуң, Лондондерри халҡы 2 622 кеше тәшкил итә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]АҠШ - ның Бюро иҫәп мәғлүмәттәре буйынса, Лондондерриның дөйөм майҙаны 108,6 км² тәшкил итә, уларҙың 108,3 км² — ерҙә, ә 2 0,3 км² — һыу (0,31 % ҡала территорияһы). Лондондерри территорияһында Бивер - Брук (көнсығышта), Литл-Коас-Брук һәм Несенкиг - Брук (көнбайышта) йылғалары аға.
Ҡаланың иң бейек нөктәһе булып (100 м диңгеҙ кимәлендә) ҡаланың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан Һигеҙ һанлы уба тора, түбәһендә урынлашҡан мәктәп һаны буйынса исем бирелгән.
Ҡала аша 93 Interstate,New Hampshire Route 102 һәм New Hampshire Route 128 трассалары үтә.
Демография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000 йылдың мәғлүмәттәре буйынса, ҡаланың халыҡ һаны - 23 236 кеше, ғаиләләр һаны - 6 319.[5] Халыҡ тығыҙлығы - 214,6/км². Раса составы түбәндәгесә булды: 96,92 % — аҡтар, 0,56 % — ҡаралар (афроамерикандар), 0,17% — индеецтар, 1,16 % — азиаттар, 0,03 % — океаниецтар, 0,32 % — башҡа расалар, 0,84 % — ике метистар һәм башҡа рассалар. Этник испан телдәре/латиноамериканецтар үҙҙәрен халыҡтың 1,53% тип һанайҙар.
7623 домовладение, уларҙан 50,3 % 18 йәшкә тиклем балалы булғандар, 70,9 % өйләнешкән, никахта йәшәгән парҙар, 8,6 % ире булмаған ҡатын - ҡыҙҙарҙан тора, ә 17,1 % ғаилә булмағандар. 12,9 % домовладениелар шәхси биттәрҙән тора, 3,3 % өйҙәрендә айырым йәшәгән 65 йәш һәм өлкәнерәк кешеләре булған. Домовладенияларҙың уртаҡ үлсәме - 3,05, ә ғаилә уртаса үлсәме — 3,36.
18 йәшлектәр 32,9 % тәшкил итә, 18 - 24 йәш — 5,8 %, 25 - 44 йыл — 32,7 %, 45 - 64 — 23,2 %, 65 йәштән ололарырктар — 5,3%. Йәш медианаһы 35 йәшкә тигеҙләнә. Һәр 100 ҡатын - ҡыҙға 97,0 ир - егет тура килә. Һәр 100 18 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарға һәм олораҡтарға 95,1 ир -егет иҫәпләнә.
Домовладение иҫәбе медианаһы $70 501 тигеҙләнә, медиананың ғаилә килеме — $735 13. Ир - егеттәр килеменең медианаһы $50 566 ҡатын-ҡыҙҙарҙың $33 821 ҡаршы. Ҡалала халыҡтың йән килеме $26 491. Яҡынса 1,6 % ғаилә һәм 2,1% халҡы фәҡир хәлендә йәшәй, шул иҫәптә 18 йәшкә тиклемге кешеләр 1,2 % һәм 6,3 % 65 йәшлектәр һәм олораҡтар.
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лондондерриның төньяҡ өлөшөндә Манчестер-Бостон аэропорты урынлашҡан. Ҡалала Coca-Cola Bottling Co фабрикаһы, күп һанлы фермалар һәм баҡсалар урынлашҡан.
Мәғариф
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лондондерри Мәктәп округына инә.
Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туғанлашҡан ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Geographic Names Information System (ингл.) — 2018.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?t=Populations%20and%20People&g=0100000US,%241600000&y=2020 / под ред. Бюро переписи населения США
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?d=ACS%205-Year%20Estimates%20Detailed%20Tables / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ https://data.census.gov/cedsci/table?t=Income%20and%20Poverty&g=0100000US,%241600000&tid=ACSST5Y2020.S1902 / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ United States Bureau Census. http://factfinder.census.gov. 2008-01-31 мәғлүмәт 2012 йыл 19 ғинуар архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Rev. Edward L. Parker, History of Londonderry, and the of Derry Londonderry Comprising Towns; Perkins & Whipple; 1851 boston
- A. J. Coolidge & Mansfield B. J., Description History of New England and A; Boston, 1859 massachusetts
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лондондерри сайты (инг.)
- Китапханаһы 2009 йыл 16 декабрь архивланған. (инг.)
- Мәктәп округы Лондондерри (инг.)
- Лондондерри Таймс (гәзит) (инг.)
- Online Hometown Londonderry News 2019 йыл 17 февраль архивланған. (инг.)