Льюис Раунд Уилсон китапханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Льюис Раунд Уилсон китапханаһы
ингл. Louis Round Wilson Library
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1929
Дәүләт Flag of the United States (1912-1959).svg Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Чапел-Хилл[d]
Рәсми сайт library.unc.edu/wilson
Commons-logo.svg Льюис Раунд Уилсон китапханаһы Викимилектә

Льюис Раунд Уилсон китапханаһы (ингл. Уилсон Louis Round Library) ― Чапел-Хиллдағы Төньяҡ Каролина университеты китапханаһы[1]. 1929 йылда төҙөлә. 1984 йылда Дэвис китапханаһы асылғанға тиклем университеттың төп китапханаһы булып торған.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Китапхана бинаһы 1927—1929 йылдарҙа университет кампусы реконструкцияланған ваҡытта төҙөлә[2]: 1920 һәм 1931 йылдар араһында бында барлығы 23 ҡоролма барлыҡҡа килә[3]. Бинаның проекты бозар стилендә архитектор Артур Кливленд һәм данлыҡлы McKim, Mead & White төҙөлөш фирмаһы архитекторы Уильям Кендалл тарафынан эшләнә[4]. Бинаның планы стандарт Карнеги китапханаһы планына ярашлы итеп төҙөлә. 1923 йылда Карнеги корпорацияһы 1907 йылда корпорацияның аҡсаһына төҙөлгән элекке китапхана бинаһын яңыртып төҙөргә һәм яңы китапхана төҙөргә үҙенең ҡаршылығы булмауы тураһында әйтә. Шуға ҡарамаҫтан, был яңы ҡоролма өсөн аҡса бүлдерергә университет заявка бирмәй[5]. 1956 йылда китапханаға уның беренсе китапханасыһы Льюис Раунд Уилсондың исеме бирелә[6]. Быға тиклем бина бары тик «Китапхана» тип кенә аталып йөрөтөлгән була[7].

Үҙенең бай фонды менән башҡа китапханалар араһында айырылып торасаҡ китапхананы төҙөүҙең төп инициаторҙарының береһе Уилсон була. 1929 йылдың 19 октябрендә китапхана асыла, ә теүәл 10 көн үткәс, биржа баҙары ҡолай. Университетты дәүләт ярҙамы менән төҙөү кәметелә, шунлыҡтан Уилсон китапхана өсөн шәхси фондтарҙан аҡса һәм китаптар йыя. Шулай тап Бөйөк депрессия осоронда китапхана иң ҡиммәтле даналар менән тулыландырыла[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. The Louis Round Wilson Library. Librarything.com. 20 ноябрь 2014 тикшерелгән.
  2. Louis Round Wilson Library.
  3. Louis Round Wilson Library - Raleigh - LocalWiki.
  4. Nash, Arthur C. (1871-1969) : NC Architects & Builders : NCSU Libraries.
  5. Louis Round Wilson and the Planning of An Academic Library at the University of North Carolina, 1921-1929.
  6. Happy Birthday, Louis Round Wilson!.
  7. Louis Round Wilson Library.
  8. Jacobson, Linda Friends Through the Years. Friends of the Library (Fall 2012).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]