Л. В. Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерваторияһы
Л. В. Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерваторияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1912 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Собинов Леонид Витальевич |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Һарытау |
Урын | Һарытау |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы[1] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Рәсми сайт | sarcons.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Саратовской консерватории[d] |
Л. В. Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерваторияһы Викимилектә |
Л. В. Собинов исемендәге һарытау дәүләт консерваторияһына (СГК) — Һарытауҙағы юғары музыка уҡыу йорто, иҫәп буйынса Рәсәйҙәге өсөнсө консерватория. 1912 йылда музыка училищеһы базаһында нигеҙ һалынған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарытау Император Рус музыка йәмғиәтенең Алексеев консерваторияһы булараҡ нигеҙ һалына һәм тәхет вариҫы — батша улы Алексейхөрмәтенә атала.
Консерваторияның псевдоготик бинаһы 1902 йылда Немец һәм Никольская урамдары мөйөшөндә бүленгән участкала кенәз ҡатыны Мещерская хәстәрлеге менән ҡала архитекторы Александр Ягндың (1848—1922) музыка училищеһы урынлаштырыуға иҫәпләнгән проекты буйынса төҙөлә.
И. Ю. Славин Рус музыкаль йәмғиәтен илдә өсөнсө консерваторияһын тап Һарытауҙа (ә Воронежда түгел), төҙөү кәрәклегенә ышандырғандан һуң, С. А. Каллистратов бинаны яңынан реконструкциялай. Үҙгәртеп ҡоролғандан һуң, бина ҡала үҙәге доминанталарының береһе һәм уның визит карточкаһына әйләнә.
1918 йылда национализацияланғандан һуң, консерватория дәүләт милке тип иғлан ителә. 1935 йылда уға Леонид Собинов исеме бирелә.
1985 йылдың көҙөндә консерваторияның ҙур залын «Зауэр» немец фирмаһы органы биҙәне.
Ижади коллективтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Симфоник оркестры
- Камера оркестры
- Тынлы оркестры
- Халыҡ инструменттары оркестры
- «Лель» халыҡ инструменттары ансамбле
- «Благодать» халыҡ йырҙары ансамбле
- Халыҡ хоры
- Академик хор
- Боронғо һәм хәҙерге заман музыкаһы ансамбле «MUSICA FELICE»
- Яңы Музыка театры
- Студент филармонияһы
Концерт залдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарытау дәүләт консерваторияһының өс концерт залы бар:
- Зал ҙур 469 кеше һыйҙырышлы. Был уникаль акустикаға эйә Рәсәйҙәге иң матур залдарҙың береһе. Һауа кондиционирлау системаһы менән йыһазландырылған. Партеры һәм балконы бар. Залдағы йыһаздар: W. Sauer немец фирмаһы органы (1984 йылда ҡуйыла), 4 яңы рояль: Yamaha, рояль, Steinway & Sons фирмаһының ике рояле һәм Blüthner рояле.
- «Театраль» концерт залы 216 кеше һыйҙырырлыҡ урынға эйә.
- Кесе залы 100 урынға иҫәпләнгән, акустикаһы яҡшы. Залда камера музыкаһы концерттары үтә, шулай уҡ студенттар сығыш яһай. Зал электроорган, August Förster фирмаһының яңы роялдәре менән йыһазландырылған.
Әлеге ваҡытта консерватория залдарында йыл һайын яҡынса 300 концерт үткәрелә, шул иҫәптән бушлай концерттарҙың һаны 200-гә яҡын. Дөйөм алғанда консерваторияның ижади эшмәкәрлеге төп йүнәлештәр буйынса тормошҡа ашырыла:
- Консерваторияның профессор-уҡытысылар составы концерттары.
- Академик һәм кафедраль концерттар, консерватория педагогтарының шәп концерттары, студенттарҙың ансамбль менән һәм яңғыҙ сығыштары. Аспирантура тамамлаусыларҙың квалификация имтиханы булараҡ яңғыҙ сығыштары консерваторияның концерт тормошона үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ буяу өҫтәй.
- Концерттар һәм фестивалдәр циклы, улар араһында: камера ансамбле кафедраһы проекты «Профессор Лев Иванов саҡыра» фестивале, йыл һайын ҡабатлана торған Л. В. Собинов, Г. Г. Нейгауз исемендәге фестивалдәр.
- Юбилей кисәләре һәм мемориаль концерттар. Улар араһында — кафедралар, консерватория педагогтары юбилейына арналған концерттар циклы. Концерт программаһы билдәләнгән дата, Күренекле музыканттар исеме менән бәйле даталар (Д. Д. Шостаковичтың тыуыуына 100 йыл, С. И. Танеевтың150 йыллығына 100-йыллығына И. Я. Паницкийҙың 100 йыллығына һ. б. арналған) концерт программалары менән билдәләнә. Һарытау консерваторияһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған концерттар циклы айырым урын биләне.
- Һарытау композиторҙары: Е. В. Гохман, В. Г. Королевский, В. С. Мишле, Е. В. Мякотин, В. В. Орлов һ. б. әҫәрҙәре премьераһы.
- Мәғрифәт нурын илтеүсе тематик концерттар һәр ваҡыт Һарытау консерваторияһы концерт-ағартыу тормошонда бик ҙур роль уйнай.
Факультеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фортепиано
- Оркестр
- Вокал-дирижёрлыҡ
- Тарихи-теоретик
- Урта махсус белем факультеты
- Театр институты
- Ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләү һәм өҫтәмә профессиональ белем биреү факультеты
Кафедралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фортепиано факультеты кафедралары:
- махсус фортепиано
- камера ансамбле һәм концертмейстерҙар әҙерләү
- фортепиано
Оркестр факультетының кафедралары:
- оркестрҙағы ҡыллы инструменттар
- оркестрҙағы тынлы һәм һуҡма инструменттар
- халыҡ музыка ҡоралдары
Вокал-дирижёрлыҡ факультетының кафедралары:
- академик йырлау
- дирижёрлыҡ
- халыҡ йыры һәм этномузыкология
Тарихи-теоретик факультеты кафедралары:
- музыка тарихы
- музыка һәм композиция теорияһы
- башҡарыу сәнғәте һәм музыкаль педагогика тарихтары һәм теориялары
- гуманитар дисциплиналар
Урта махсус белем факультетының предмет-цикллы комиссиялары:
- Гуманитар дисциплиналар ПЦК-һы
- Халыҡ оркестры инструменттары ПЦК-һы
- Музыкаль-теоретик дисциплиналар ПЦК-һы
- Дөйөм фортепиано ПЦК-һы
- Оркестрҙағы тынлы һәм һуҡма инструменттар ПЦК-һы
- Оркестрҙағы ҡыллы инструменттар ПЦК-һы
- Махсус фортепиано ПЦК-һы
- Вокал сәнғәте һәм халыҡ яңғыҙ йыры ПЦК-һы
- Хор дирижёрлығы
Театр институты кафедралары:
- актёр оҫталығы
- махсус дисциплиналар
2010 йылдың 1 сентябрендә театр факультеты Л. В. Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерваторияһының Театр институты итеп үҙгәртелә.
Шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һарытау консерваторияһын рәсми сайты
- Һарытау консерваторияһын тураһында
- Саратовской консерватории – 105 лет . Радио "Орфей" (21 апрель 2017). Дата обращения: 5 май 2017.
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ 2,0 2,1 Музыкальная энциклопедия. Гл. ред. Ю. В. Келдыш. Т 1. А — Гонг. 1072 стр. с илл. М.: Советская энциклопедия, 1973
- ↑ Награждена указом президента России № 116 от 29 января 1996 года 2010 йыл 29 апрель архивланған.