Эстәлеккә күсергә

Л. һәм М. Ростроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Л. һәм М. Ростроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институты
Нигеҙләү датаһы 1997
Кем хөрмәтенә аталған Леопольд Витольдович Ростропович[d] һәм Мстислав Леопольдович Ростропович[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур
Рәсми сайт osiart.ru
Карта

Л. һәм М. Ростроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институты — дәүләт бюджет юғары профессиональ белем биреү мәғариф учреждениеһы.

Мстислав Ростропович репетиция ваҡытында. Рәсәй, 1970 йыл

Л. и М. Ростроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институты музыка училищеһы (1927 йылда ойошторолған) базаһында 1997 йылдың апрель айында асыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был уҡыу йортонда Леопольд Ростропович уҡыта, ошонда уҡ, уның класында, улы Мстислав уҡый. Артабан бөтә донъяға билдәле музыкант ошо уҡыу йортонда эшләй. 1993 йылдан алып йыл һайын Мстислав Леопольдович училищеға килеп йөрөй, бында ул оҫталыҡ дәрестәрен, ижади осрашыуҙар, шәфҡәтлек концерттарын үткәрә[1]. Ырымбур сәнғәт институтында «Мстислав Ростропович играет, дирижирует, аккомпанирует» исемле компакт-дискыларҙың тулы коллекцияһы һаҡлана[1].

2003 йылдың 1 сентябрендә ул институтҡа итальян скрипка оҫтаһы Леонардо Рафаэлиано яһаған скрипка бүләк итә, әлеге скрипка 2003 йылда А. Страдивариның «Крейцер—1727 йыл» өлгөһө буйынса эшләнгән[1].

Институттың бөгөнгө көнө

Институт структураһына махсус музыка мәктәбе, музыка колледжы, институт үҙе һәм аспирантура инәләр. Ырымбур сәнғәт институты - рәсәйҙә иң йәш институттарҙың береһе. Уҡыу йортонда рәсәйҙә һәм донъя күләмендә билдәле академия һәм халыҡ хорҙары, халыҡ инструменттары оркестрыЮ камера, тынлы һәм симфоник оркестрҙар, инструменталь һәм вокал ансамблдәр эшләп килә. Институт базаһында Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, өлкә, төбәк кимәлендәге төрлө конкурстар, йәш музыканттар фестивалдәре уҙғарыла. Атап әйткәндә, Рәсәй тынлы һәм һуҡма инструменттарҙа башҡарыусылар конкурсы, шулай уҡ юғары һәм урта профессиональ мәҙәниәт һәм сәнғәт уҡыу йорттары студенттары араһында «Көньяҡ Урал кубогы - Ырымбур мозаикаһы» исемле Халыҡ-ара халыҡ инструменттарында башҡарыусылар конкурсы (2005, 2010). «Ырымбур еренең йәш музыканттары» фестиваль-конкурсы 1979 йылдан алып үткәрелә. Аҙаҡҡы йылдарҙа йөҙҙән ашыу студент төрлө кимәлдәге конкурстар лауреаттары исемдәренә лайыҡ булды[2].

Студенттар өсөн ятаҡхана, ашхана бар. Сәнғәт институтының концерт залы акустика буйынса Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан һанала[3].

— Музыка факультеты (1997 йылда асылған)

(махсус фортепиано кафедраһы; камера ансамбле һәм концертмейстерлыҡ әҙерлеге кафедраһы; ҡыллы, тынлы һәм һуҡма оркестр инструменттары кафедраһы; оркестр халыҡ инструменттары кафедраһы; хор дирижерлығы кафедраһы; вокал сәнғәте кафедраһы; фортепиано кафедраһы; музыка тарихы һәм теорияһы кафедраһы)[1].
— Гуманитар-мәҙәни факультет

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университетта йыл һайын «Заманса сәнғәт белеменең актуаль проблемалары: традициялар һәм инновациялар» исемле Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарыла.