Магда Гад

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Магда Гад
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Sweden.svg Швеция
Фамилия Гад[d]
Тыуған көнө 17 октябрь 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (42 йәш)
Һөнәр төрө журналист
Commons-logo.svg Магда Гад Викимилектә

Магда Гад (швед. Magda Gad; 1975 йылдың 17 октябрендә Фалунда тыуған) — мысыр-швед[1] хәрби журналисы, киске Экспрессен (Expressen)[2], «Svenska Dagbladet» швед гәзиттәре, Заман Психологияһы һәм Läkartidningen баҫмалары өсөн яҙа.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Магда Гад Expressen гәзите редакцияһында

Магда Гад 1975 йылдың 17 октябрендә Даларн административ үҙәге — Фалун швед ҡалаһында тыуған. Стокгольм университетында политология өлкәһендә белем алғас, модаға, стиль һәм мәҙәниәткә йүнәтелгән швед айлыҡ Cafe Magazine журналында, һуңынан — «Экспрессен» киске гәзитенең хәрби корреспонденты булып эшләй, «Svenska Dagbladet» швед гәзите, «Заман психологияһы» һәм «Läkartidningen» баҫмалары өсөн яҙа. Хәрби вҡиғаларға һәм катастрофаларға арналған репортаждарын донъяның бик күп ҡыҙыу нөктәләренән яҙа.

2014—2015 йылдарҙа Либерияла эбола геморрагик биҙгәге ҡоторған ваҡытта йәшәй. Кино төшөрөү төркөмө менән Конго, Гондурас һәм Украина илдәрендә була («Мәғлүмәт төтөнө шаршауы артында Магда Рад дөрөҫлөк эҙләй» репортаждар серияһы)[3].

2016 йылдың июнендә Ираҡта Мосулға һөжүмде һүрәтләй, Ираҡта ИГИЛ-ға ҡаршы һуғыш тураһында хәбәр итеп, донъя билдәлелеге ала.

Магда Гад — «Башҡа тарих» — ҡатын-ҡыҙҙар тураһында әҫәрҙәр антологияһының авторҙашы[4].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2015 йылда Швецияла Гад йыл журналисы тип атала.
  • Корделия Эдвардсон (2016)[5], Wendelas премияларына лайыҡ була (2016)[6], һәм еврора матбуғаты Distinguished Writing Award призын яулай (2016)[7]
  • Румыниянан репортажы менән European Press Prize конкурсының финалисы(2016).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]