Мадейра (йылға)
| Мадейра | |
|---|---|
Порту-Велью районында | |
| Характеристика | |
| Оҙонлоғо | 3230 км |
| Бассейн | 1 158 000 км² |
| Һыу сығымы | 24 397 м³/с |
| Һыу ағымы | |
| Инеше | ҡушылған йылғалар: Маморе менән Бени |
| · Бейеклеге | 119 м |
| · Координаталар | 10°22′34″ к. к. 65°23′30″ кб. о.HGЯO |
| Тамағы | Амазонка |
| · Координаталар | 3°23′30″ к. к. 58°46′49″ кб. о.HGЯO |
| Урынлашыуы | |
| Илдәр | |
| Мадейра Викимилектә | |
Мадейра — Көньяҡ Америкағы йылға, Амазонканың иң ҙур уң ҡушылдығы.

Гидрография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боливия һәм Бразилия сигендә Маморе һәм Бени ҡушылған урында башлана. Йылғаның яҡынса 100 км был илдәрҙең дәүләт сиге булып тора. Артабан йылға төньяҡ-көнсығышҡа табан Бразилияның Рондония һәм Амазонас штаттарының территорияһы буйлап аға һәм һул яҡтан Амазонкаға ике тармаҡ яһап ҡоя. Оҙонлоғо — 3230 км, бассейн майҙаны — 1158 мең км².
Һыу кимәленең миҙгел буйынса тирбәлеүе 12 метрға барып етә, юғары кимәл октябрҙән май айына тиклем була. Түбәнге ағымында һыу сығымы 4200 м³/сек алып 39 000 м³/сек барып етә.
Йылға атамаһы португал теленән madeira — үҙағас (ағас) тип аңлатыла, Мадейра үҙенең барлыҡ оҙонлоғонда Амазония джунглиҙары аша аға.
Йылғала Порту-Велью ҡалаһынан алып суднолар йөрөй ала. Мадейрла Порту-Велью, Умайта һәм Маникоре ҡалалары урынлашҡан.
Мадейрала амазония дельфины тереклек итә.
2012—2015 йылдарҙа йылғала «Санту-Антониу» һәм «Жирау» гидроэлектранциялары төҙөлә[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып
Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ