Майкапар йорто (Таганрог)
Майкапар йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1872 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Таганрог |
Майкапар йорт — Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән бина. Итальян тыҡрығы, 6 һәм Петровская урамы, 59 адресы буйынса урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өс ҡатлы кирбес йорт сауҙагәр Майкапарҙар аҡсаһына 1872 йылда төҙөлгән. 1915 йылда Алфераки һарайы булараҡ 70 мең һумға баһаланған. Сауҙагәр бинаны мануфактура, музыкаль әйберҙәр, йыһаздар менән һатыу итеү өсөн төҙөй. Бында шулай уҡ аяҡ кейемдәре, галантерея, хужалыҡ тауарҙары магазины асыу планлаштырыла. Майкапарҙар үҙҙәре күберәк күренекле композитор Самуил Моисеевич Майкапарҙың ғаилә ағзаһы булыуы менән билдәле була. Композитор балалар өсөн 200-гә яҡын музыкаль әҫәрҙәр яҙған.
XIX быуат аҙағында бинаны Яков Михайлович Серебряков һатып ала. Йорт хужаһы үлгәндән һуң 1925 йылға тиклем уның улы Георгий Серебряков хужа була.
1882 йылда был бинала А.И.Краснерҙың Таганрогта беренсе нота һәм музыка әҙәбиәте магазин асыла. 1882 йылдың май айында магазин ябылғандан һуң унда янғын сыға, бөтә әҙәбиәт юҡҡа сыға. Һуңғараҡ был магазин Г.Б. Городецкийға күсә, ул уны 1910 йылда К.В. Василевскийға һата. Магазинда сәнғәт, техник китаптары, мәктәп һәм училище уҡыусылары өсөн әҙәбиәт, күргәҙмә әсбаптары, картиналар, яҙыусы портреттары һатыла. Магазинда шулай уҡ ваҡытлы баҫмаларға яҙылыу мөмкин була.
Ошо уҡ йортта «Прогресс» магазины урынлаша, унда ҡорал, һунар кәрәк-яраҡтары һатыла. Магазиндың хужаһы сауҙагәр Г. В. Негло була.
Совет власы йылдарында йорттоң беренсе ҡатында «Горкультмаг», аҙаҡ — дәүләт нәшриәтенең китап бүлеге магазины («КОГИЗ») урынлаша. 1935 йылдан бында уголовный розыск урынлаша. Бинаның подвалында тотҡондарҙы тоталар, өҫкө ҡатында нотариус контораһы урынлаша.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 1941 йылдың ноябрендәге немец оккупацияһы ваҡытында «Рот-Фронт» кинотеатры янындағы йорт шартлатыла, шуға күрә бында немец комендатураһы, хеҙмәт биржаһы һәм офицерҙар өсөн ашхана була. Шунан һуң Итальян тыҡрығы буйынса йортҡа хеҙмәт биржаһын күсерәләр, һуңыраҡ бында партия район комитеты һәм Таганрогтың ВЛКСМ район комитеты урынлаша.
2000 йылда бинала архитектура-планлаштырыу оҫтаханаһы, китаптар йорто, өҫ кейеме магазины урынлаша.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өс ҡатлы бинаның мөйөшөндә һәм һул өлөшөндә бинаға инеү урындары бар. Беренсе ҡаттағы тәҙрәләрен ябай пилястралар ҡыҫанлай. Бинаның һәр ҡатында кәрниз бүлкәттәре бар. Икенсе ҡат тәҙрәләре декоратив сандриктар менән биҙәлгән[1].
Бина архитектура, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы булып тора.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рыбалкин А. А. Итальянский переулок // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 370. — ISBN 978-5-88040-064-5.
- Волошин В. Вдоль и поперёк Итальянского. — Таганрог: ИП Кравцов В.А., 2012. ISBN 978-5-904585-27-3.
- Гаврюшкин О. П. По старой Греческой... (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.
- Давидич Т. Ф. Стиль как язык архитектуры. — Харьков: Изд-во Гуманитарный центр, 2010. — 336 с. — ISBN 978-966-8324-70-3.
- Собрание фасадов Его Императорского Величества, высочайше апробированных для частных строений в городах Российской империи. Ч. 1-4. СПб., 1809–1812.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таганрог. Петр урамы. д. 59 2019 йыл 3 апрель архивланған.
- Таганрог. Переулок итальян. д. 6 2019 йыл 2 апрель архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Глазычев В. Л. Архитектура. Энциклопедия. — М.: Дизайн. Информация. Картография; Астрель; АСТ, 2002. — 672 с. — ISBN 5-17-005418-1.