Македон сигеүҙәре
Македон сигеүҙәре | |
Македон сигеүҙәре ― Македония халҡының милли биҙәү-ҡулланма сәнғәте төрҙәренең береһе, македон мәҙәниәтенең мөһим өлөшө. Македон сигеүҙәре славяндар Балҡан ярымутрауына килгәндән һуң барлыҡҡа килә һәм үҫешә башлай, македон йәмғиәте ышаныуҙарына һәм рухилығына ярашлы үҙгәреп, быуындан быуынға тапшырыла. Македония сигеүе IXX быуатта үҫеш нөктәһенә еткән. Боронғо славян тамырҙары булған был сәнғәт төрө эволюцияһы башҡа бик күп дәүерҙәрҙең һәм мәҙәниәттәрҙең йоғонтоһон сағылдыра.[1]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Македон сигеүҙәре славян халыҡтары Балҡанға килгәс үҫешә башлай, улар шунда уҡ үҙ стилен боронғо балҡан мәҙәниәте элементтары менән берләштерә башлай. Македон традицион сигеүенең үҫешенә һәм формалашыуына Византия мәҙәниәте ҙур йоғонто яһай. Хәҙерге Төньяҡ Македония территорияһының күп быуаттар буйына Ғосман империяһы хакимлыҡ итеүенә ҡарамаҫтан, Яҡын Көнсығыш ижады македон славяндарының халыҡ сигеүҙәрендә артабан сағылыш тапмай тиерлек. Милли сигеүҙәргә йоғонто яһаған төрлө мәҙәни һәм тарихи факторҙар бар, һәм уның формаларының төрлөлөгө ул барлыҡҡа килгән һәм булған мөхиттең художестволы потенциалы һөҙөмтәһе булып тора[2].
Төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төньяҡ Македонияла сигеүҙең иң киң таралған формаһы булып македон милли кейеме орнаменттары, ул үткән быуат аҙағына тиклем ҡайһы бер ауылдарҙа көн һайын ҡулланылған. Сигеү ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ костюмдарында, күлдәгендә һәм баш кейемдәрендә осрай..
Төньяҡ Македония өсөн хас булған туниканы хәтерләткән ҡатын-ҡыҙ күлдәктәрендә славяндар ошо ергә килгәнсе үк барлыҡҡа килгән боронғо Балҡан сәнғәте менән бәйле боронғо биҙәү формалары эҙҙәре бар.
Баш кейемдәрен биҙәү өсөн ҡулланылған сигеүҙәрҙең төрлө төрҙәре араһында ярайһы уҡ тарихи ҡиммәттәргә эйә булғандары ла бар, атап әйткәндә: улар Волга буйы халыҡтарының кейем биҙәлеше менән оҡшаш. Был македондарҙың Волга буйы халыҡтар менән алыҫ мәҙәни-тарихи ҡәрҙәшлеген раҫлай.[1]
Ептәр төрлөлөгө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Македон халыҡ сигеүе ҡыҙыҡлы. Борон сигеү өсөн йөн еп ҡулланылған, уны туранан-тура йорт хужалыҡтарында яһағандар, был үҫешкән һарыҡсылыҡ менән бәйле. Әммә Македонияның ҡайһы бер райондарында ебәк ҡулланылған: ҡулдан яһалған ебәк ептәр менән байрам кейеме һәм аксессуарҙар теккәндәр, һәм бөтә ерҙә лә тиерлек көмөш ҡулланылған. Македон сигеүендә ғәҙәттә ҡыҙыл төҫтәр өҫтөнлөк иткән полихроматик (һирәк кенә, шулай ҙа ҡайһы бер төбәктәргә ике һәм бер төҫтән торған сигеү хас). Ҡыҙыл төҫтөң ике төҫмөрләнеше йә фон, йә сиратлашыу һәм биҙәү булараҡ параллель ҡулланыу күҙәтелә. Македон сигеүендә өҫтөнлөк иткән икенсе төҫ — ҡара, икенсел — ҡараһыу күк, йәшел, алтын, һирәгерәк аҡ. Македон халыҡ сигеүендә киң таралған биҙәктәр — ҡәтғи геометрик орнаменттар. Улар киң күләмдә бирелә: ябай тура һыҙыҡтарҙан һәм кәкерсәк һыҙыҡтарҙан алып геометрияның ҡатмарлы формаларына тиклем тәҡдим ителә. Хатта сәскә мотивтары ла геометрик рәүештә аңлатыла, япраҡһыҙ стилләштерелгән формаларҙы кәүҙәләндерә.[3]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Крстева Ангелина. «Македонские народные вышивки». — Скопье: «Македонская книга. Фольклор институты», 1975 й. — С. 116.
- ↑ Macedonian Embroidery (Makedonski vez) . Macedonian Cuisine (2022). Дата обращения: 28 апрель 2022. Архивировано 1 февраль 2020 года.
- ↑ / Скарабай: Македонская вышивка 2023 йыл 12 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Petrusheva Anica. Народните носии, од книгата Етнологија на Македонците. — Macedonian Academy of Sciences and Arts, 1991.
- Krsteva Angelina. Македонски народни везови. — Folklore Institute, 1987.