Максим Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял итеү паркы (Дондағы Ростов)
Максим Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял итеү паркы | |
Нигеҙләү датаһы | 1813 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Максим Горький |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ленин районы |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Майҙан | 11 гектар |
Максим Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял итеү паркы (Дондағы Ростов) Викимилектә |
А.М. Горький исемендәге ҡаланың үҙәк паркы. (1917 йылға тиклем — Ҡала баҡсаһы) — Дондағы Ростовта үҙәк парк. Ҡаланың Ленин районында урынлашҡан. Парк 1813 йылда барлыҡҡа килгән һәм Дондағы Ростовта иң боронғо парктарҙың береһе булып һанала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Парк ҡала ситендә, балканың текә ярында барлыҡҡа килә. Территорияһы ҡала сүплеге сифатында ҡулланыла. М. Горький исемендәге парктың тарихи барлыҡҡа килеү датаһы 1813 йыл тип иҫәпләнә. 1813 йылға тиклем Таганрог (Буденновский) һәм Николаев (Семашко тыҡрығы) проспекттары араһында ҡала башлығы Андрей Ященконың баҡсалары һуҙылып китә, ул 1813 йылда участкаларын ҡала магистратына бүләк итә, ә төрлө ҡала клубтары бүлеп бирелгән ерҙәрҙе төҙөкләндерә, ағастар ултырта, газон булдыра. Баҡса сылбырҙары булдыра, һуңыраҡ уларҙы берләштереп ҙур баҡса ойошторалар. 1890 йылда инде эре йәшел массив формалаша. Урындың рельефына ярашлы өҫкө һәм аҫҡы парк булдырыла. Ундай бүленеше бөгөнгө көндәргә тиклем һаҡланған.
Баҡса территорияһында Кузнецкий (Пушкин) урамында 1840 йылдан ағастан беренсе ҡала театры булған. 1864 йылда беернсе ағас клуб бинаһы төҙөлә, уның залы, ике ҡунаҡ бүлмәһе һәм бильярд бүлмәһе була. 1893 йылда уны ҡала баҡсаһына инеү урынында Ротонданың таш бинаһы алмаштыра. . Ҙур Баҡса янында эстрада сығыштары өсөн ағастан эстрада төҙөлә. XIX быуат аҙағында Ҡала баҡсаһы архитектор Николай Дорошенко проекты буйынса кәртәләп алына һәм Ҙур Баҡса яғынан ҡәлғә ҡапҡалары рәүешендә ҡапҡалар төҙөлә.
1868 йылда архитектор Владимир Шкитко беренсе фонтанды төҙөй, уның урынында хәҙер «Селдәр» скульптураһы менән түтәл-фонтан урынлыштырылған[1][2]. Яңы фонтанды Ростовта һыу үткәргескә нигеҙ һалыусы сауҙагәр Тимофей Кукса аса (1867)[3].. Урта террасала беседка һәм скульптуралар менән бассейн төҙөлә. Парктың аҫҡы өлөшөндә ташлы ҡыуышлыҡ, тере аҡҡоштар менән һыу ятҡылығы («аҡҡош күле»), фонтандар төҙөлә. Сит илдәрҙән декоратив пальма һәм тамариск килтерелә[4]. Төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр һуңыраҡ — 1926—1927 йылдарҙа ла башҡарыла.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М.Горький исемендәге паркта Үрге һәм Түбәнге гөл баҡсаһы бар. Уларҙа төрлө ағас тоҡомдары ултыртылған аллеялар, уйын майҙансыҡтары, аттракциондар ҡаласығы, шахмат павильоны, кафе урынлашҡан. Ротонда һәм 7 фонтан («Көнсығыш», «Ҡыуышлыҡ», «Көнбайыш», «Алтын балыҡ», «Маяҡ», «Нептун», «Селдәр») һаҡланып ҡалған, улар тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Түбәнгә гөл баҡсаһының төп түтәле мөһим йыл ваҡиғаларының календары булып тора.
Ҡаланың үҙәк паркы — традицион байрам сараларын, концерттар үткәреү һәм ял итеү урыны булып тора. 2010 йылда күп һанлы аттракцион төҙөлә». Паркта көн һайын асыҡ һауала сәнғәт галереяһы эшләй, унда Ростов рәссамдарының картиналары һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының изделиелары ҡуйыла. Ял һәм байрам көндәрендә паркта конкурстар, фестивалдәр, профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтартың сығыштары уҙғарыла[5]
Паркка төп инеү урыны Ҙур Баҡса урамы яғында урынлашҡан. Инеү урынында гранит постаментта В.И. Лениндың бронза һыны тора. Һәйкәлдең һул һәм уң яғынан ҡала башлығы А.М. Байковтың скульптуралары һәм сәскәләр менән биҙәлгән киң аллея китә. Парктың ҡапма-ҡаршы яғында Бөйөк Октябрь революцияһы һәйкәле тора. Аттаркциондар ҡаласығы Пушкин урамының һәм Семашко тыҡрығының мөйөшөн биләй. Парктың көнсығыш өлөшөндә планетарий обсерваторийы —телескоп, фильмдар ҡарау өсөн залы һәм музейы менән ҙур булмаған ике ҡатлы бина урынлашҡан[6].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список парков и скверов Ростова-на-Дону
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Прогулки по Городскому Саду (часть 2) / Ростовский берег: Сайт истории донского края
- ↑ Горсад — выборка из городской карты(недоступная ссылка) / Темерник.ру: Сайт ростовской истории
- ↑ Прогулки по Городскому Саду (часть 1) / Ростовский берег: Сайт истории донского края
- ↑ Парк им. М.Горького в Ростове-на-Дону . Памятники Дона. Дата обращения: 31 ғинуар 2017.
- ↑ Парк им. Максима Горького . SRostova. Дата обращения: 31 ғинуар 2017. 2017 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Путешествие к звёздам. Ростовский планетарий . Дороги мира. Дата обращения: 31 ғинуар 2017.