Малайҙар (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Малайҙар
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ телендә

Ижат ителгән ваҡыты

1887

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1887

«Малайҙар» — Антон Павлович Чеховтың 1887 йылда яҙылған хикәйәһе. 1887 йылдың 21 декабрендә «Петербург гәзите» 350-се һанында (Сәхнә) өҫтәмә исеме һәм А. Чехонте ҡултамға-псевдонимы менән тәүге тапҡыр баҫыла[1]. Яҙыусының традицион Раштыуа хикәйәһе драматизмын йомшартҡан ижад ынйыларының береһе.

Сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Королевтар ғаиләһе йортона Раштыуа байрамына алыҫтан 2 класс гимназисы Володя килә. Уның менән ҡунаҡҡа дуҫы Чечевицын да килә. Володяның апай-һеңлеләренә үҙен Монтигомо, Ҡарсыға тырнағы, еңелмәҫтәр юлбашсыһы тип таныта. Хәҙер Володя ғәҙәттәгесә апай-һеңлеләре менән уйнамай, байрам алды әҙерләнеүҙәрендә лә ҡатнашмай, ә йорттағыларҙан ситләшеп, Чечевицын менән әллә нимә тураһында һөйләшә лә бышылдаша. Апай-һеңлеләре, уларҙың серләшкәнен тыңлап тороп, малайҙарҙың Америкаға ҡасып китергә әҙерләнгәнен белеп ҡала. Әммә алыҫҡа ҡасып өлгөрмәйҙәр: уларҙы, яҡындағы ҡаланың Каруанһарайында дары һатып алыу мөмкинлеге барлығын белешеп йөрөгәндә, кире боралар.

Яҙылыу һәм баҫылыу тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1887 йылда «Петербург гәзите» баҫылғандан тыш, Чеховтың был хикәйәһе 1899―1901 йылдарҙа нәшриәтсе А. Ф. Маркс баҫтырған Әҫәрҙәр йыйынтығының беренсе томына инә. Чехов махсус ошо баҫма өсөн өҫтәмә исемен алып ташлай һәм әҫәр тексын байтаҡ эшкәртә: яҙыусы балалар психологияһы тағы ла сағыуыраҡ һүрәтләүсе үҙгәртеүҙәр һәм өҫтәмәләр индерә (айырым алғанда, Володяның доғаһын индерә). Шулай уҡ финалын үҙгәртә. Индерелгән үҙгәртеүҙәр һөҙөмтәһендә, тәүге редакцияла билдәләнгән малайҙарҙың характер ҡапма-ҡаршылығы, тағы ла сағыуыраҡҡа әйләнгән. Текст өҫтөнән эшләгәндә, Чехов барса вульгаризм һәм халыҡ теле әйтелештәрен алып ташлаған.

Яҙыусы тере саҡта хикәйә немец, норвегия, фин һәм чех телдәренә тәржемә ителгән.

Фараз буйынса, Мәскәүҙәге Нескучный садта балыҡ тотоусы, уны киптереүсе һәм индеецтар булып уйнаусы ике гимназист менән осрашыу эпизоды Чеховҡа ошо хикәйәне яҙыу идеяһын бирә. Яҙыусы малайҙарға уның менән «донъя төрөпкәһен» тартыуҙы тәҡдим итә, ә үҙе уларҙан бүләккә ҡалҡыуыс ала.

Тәнҡитселәр фекере[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лев Толстой Чеховтың был хикәйәһен иң яҡшы әҫәр тип һанай. Виктор Гольцев та ғаилә даирәһендә уҡыу өсөн Чеховтың "Малайҙар"ын тәҡдим итә. Гольцев һүҙҙәре буйынса, Чехов бала персонаждарҙың сағыу образдарын тыуҙырыусы һәм «бала күңелендә нимә булғанын һәм өлкәндәр йыш ҡына нимә аңлай алмағанын» күрһәтеүсе ижадсыларға ҡарай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Мальчики., Чехов А. П. Мальчики // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.. 14 июнь 2017 тикшерелгән. 2017 йыл 15 май архивланған.