Малеев Юрий Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡалып:ФИО

Малеев Юрий Николаевич
Тыуған көнө:

11 июнь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})

Тыуған урыны:

СССР, РСФСР, Санкт-Петербург, Петергоф[d]

Вафат булыу көнө:

3 декабрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (79 йәш)

Гражданлығы:

Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй

Ғилми дәрәжәһе:

юридик фәндәр докторы

Малеев Юрий Николаевич (11 июнь 1938, Петродворец, Ленинград өлкәһе — 3 декабрь 2017) — юрист, халыҡ - ара хоҡуҡ һәм һауа киңлеге режимы буйынса белгес; СССР Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының (МГИМО) (1966), юридик фәндәр докторы,һауа киңлеге режимының хоҡуҡи проблемаларҙы тураһында диссертация яҡлаған(1986); Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының (РУДН) халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы профессоры (1993-1995); СССР Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының (МГИМО)-ара хоҡуҡ кафедраһы профессоры (1995); Бойондороҡһоҙ һауа хоҡуғы институтының башлығы һәм ойоштороусыһы (1990).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юрий Малеев 1938 йылдың 11 июнендә Петродворец ҡалаһында (Ленинград өлкәһе) тыуған; СССР Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының (МГИМО) халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетын 1966 йылда тамамлай. Артабан, 1969 йылдан алып 1972 йыл буйынса СССР ФА ҡарамағындағы Дәүләт һәм хоҡуҡ Институты аспирантураһында уҡый. 1973 йылда «Международно-правовые аспекты борьбы с незаконным захватом воздушных судов» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр кандидаты була.

Аспирантура ны тамамлағандан һуң Малеев Дәүләт фәнни-тикшеренеү гражданлыҡ авиация институтында (ГосНИИ ГЕКТАР) эш ләй башлай. Бындағы эш осоронда, 1986 йылда, «Международно-правовые проблемы режима воздушного пространства» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай — юридик фәндәр докторы булып китә. Унан алдағы йылда уның «Халыҡ-ара һауа хоҡуҡтары» монографияһы баҫылып сыға, өс йыл үткәндән һуң был монография немец теленә тәржемә ителә. 1989 йылда уҡытыусылыҡ эше менән шөғөлләнә башлай: СССР Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының (МГИМО) халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһында эшләй башлай, унда доцент була.

Киләһе йылда Малеев Патрис Лумумба исемендәге халыҡтар дуҫлығы университетына (РУДН) күсә, унда халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы профессоры итеп һайлана. Халыҡ-ара хоҡуҡ курсы буйынса студенттарға лекциялар уҡый, шулай уҡ халыҡ-ара ойошмалар һәм халыҡ-ара һауа хоҡуҡы проблемалары буйынса махсус курстар алып бара. СССР тарҡалғас, 1990 йылдың декабрендә, Малеев «Бойондороҡһоҙ һауа хоҡуҡ институтын» ойоштора һәм яңы институттың президенты вазифаһын биләй. Президент башҡарма комитеты халыҡ-ара конференцияла шулай уҡ «Күк хеҙмәттәшлек» халыҡ-ара конференцияһы башҡарма комитетының президенты ла була һәм Перу дәүләтенең Һауа һәм йыһан хоҡуғы академияһының почетлы академигы итеп һайлана.

1979 йылда Малеев БМО-ның Йыһан киңлеген тыныс файҙаланыу буйынса комитеты эшендә ҡатнаша; шул уҡ йылда ул халыҡ-ара һауа хоҡуғы VI Латин Америкаһы конгресында СССР делегацияһын етәкләй. Өс тапҡыр Халыҡ-ара граждандар авиацияһының (ИКАО) ассамблеялар сессияһында, юридик комитеттарында һәм башҡа органдарында ҡатнаша (1980, 1984 һәм 1985 йыл). Рф сит ил эштәре министрлығының халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы профессоры вазифаһын биләй. 1995 йылдың сентябрендә СССР Сит ил эштәре министрлығының Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының (МГИМО) халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһында профессор вазифаһын биләй. 2001 йылдың 18 апрелендә уға был уҡыу йортоноң профессоры исеме бирелә. Мәскәү дәүләт асыҡ университетының ғилми советы ағзаһы булып тора (МГОУ) һәм Рәсәй йәмәғәт институтының һайлау хоҡуғы институтында (РОИИП) ғилми секретарь булып тора. 2017 йылдың 3 декабрендә вафат була.

Эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юрий Николаевич Малеев 110-дан ашыу фәнни баҫма авторы һәм авторҙашы булып тора, шул иҫәптән дүрт монография яҙған; ул, нигеҙҙә, халыҡ-ара һауа хоҡуҡтары менән шөғөлләнгән. 1988 йылда «Словарь международного воздушного права» китабының авторы һәм мөхәррире була:

  • «Международное воздушное право: вопросы теории и практики» (1986) (немецкое издание — 1990);
  • «Правовое регулирование международных полетов воздушных судов» (в соавторстве с А. И. Котовым и Виталием Бордуновым);
  • «Полет без посадки» (в соавторстве с В. А. Подберёзным);
  • «Словарь международного воздушного права» (соавтор и ответственный редактор).
  • Обеспечение безопасности международной гражданской авиации как принцип международного воздушного права / Ю. Н. Малеев // Советский ежегодник международного права. 1975 = Soviet year-book of international law. 1975 / Советская Ассоциация международного права. — М.: Наука, 1977. — С. 177—191.
  • Акты незаконного вмешательства в деятельность гражданской авиации. Понятийно-терминологический аппарат / Ю. Н. Малеев // Советский ежегодник международного права. 1973 = Soviet year-book of international law. 1973 / Советская Ассоциация международного права. — М.: Наука, 1975. — С. 249—258.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]