Манаков Булат Ситдыҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Манаков Булат Ситдыҡ улы
Тыуған көнө 1908
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Манаков Булат Ситдыҡ улы (1908−?) Башҡортостандың күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан өлкә комсомол комитетының беренсе секретары (1938 йылдың ғинуар — июль айҙары). Сәйәси золом ҡорбаны (1938).

Манаков Булат Ситдыҡ улы 1908 йылда БАССР-ҙың Миәкә районындағы Баязит ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт. Тамамланмаған урта белемле[1].

1930 йылда Манаков Булат коммунистар партияһына инә. 1928−1930 йылдарҙа — улус үҙ-ара ярҙам комитеты, ауыл хужалығы кредит ширҡәт рәйесе. 1930 йылда ВЛКСМ-дың Бәләбәй кантон комитетының ойоштороу бүлеге мөдире булып эшләй.

1930−1931 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Миәкә районы комитетының беренсе секретары.

1931−1933 йылдарҙа — Башҡорт Үҙәк Башҡарма Комитеты янындағы Юғары физкультура советының яуаплы секретары.

1933−1935 йылдарҙа — Асҡар МТС-ның комсомол буйынса сәйәси бүлеге начальнигының ярҙамсыһы.

1935−1936 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Йомағужа районы комитетының секретары.

1936−1937 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты янындағы Юғары пропагандасылар мәктәбендә белем ала.

1937−1938 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының пропаганда буйынса инструкторы.

1938 йылдың июленән 1938 йылдың авгусына тиклем ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.

1938 йылдың 25 июлендә Манаков Булат Ситдыҡ улы ҡулға алына.

58-10, 58-11 статьялары буйынса хөкөмгә тарттырылып, 10 йылға иректән мәхрүм ителә. 1939 йылдың 22 сентябрендә реабилитациялана[1].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]