Эстәлеккә күсергә

Мараскин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
 Задарҙа етештерелгән  "Мараскин" ликёры

Мараскин, мараскино (итал. Maraschino) —   әскелт миндаль тәме биреү өсөн, төшө менән ваҡланған мараскин сейәһенән етештерелгән емеш-еләк ликёры. Мараскин ликёры өс йыл тотолған булырға тейеш, составында алкголь — 32 %.

Етештереү процессы коньяк етештеоеүгә оҡшаған. Процесс һуңында шәкәр сиробы ҡушыла, ликёр фильтрала. Мараскин ликёры башҡа ликёрҙарҙан, етештереүҙә емеш-еләк һуты йәки киптерелгән емеш-еләк ҡулланыу менән айырыла.

Мараскино ликёрын етештереү беренсе мәртәбә 1821 йылда Хорватияның Задар портында асыла. Һигеҙ йыл үткәс коммерсант Джироламо Луксардо ликёр етештереүҙә монополист булып китә. 18 быуат аҙағына мараскин киң билдәлелек ала, Европаның шарап етештереүселәрен уҙып китә. 1804 йылда Австрия императоры фабрикаға империя гербын файҙаланырға рөхсәт биргән Imperial Regia Privilegiata титулын бирә[1]. Ликёр европа хакимдары ихтирамын яулай, тиҙ арала Австрия, Италия, Бөйөк Британия гербын ҡулланыу хоҡуғы бирелә. Британияның Корфу һәм Мальта базаларындағы хәрби корабтары корольдәр өсөн мараскин ташыуға йүнәлтелә. Мараскинда етештерә башлаған ваҡытынан уҡ ялған ликёр етештереүселәр күбәйә. Хатта 1890 йылда завад ябылғас та, ялған ликёр етештереүселәр будыуы билдәле[2].

Ликёр өсөн квадрат йәшел шешәләр киң билдәле муран быялаһынан эшләнгән. 19 быуат башында һалам төҫөндәге шәшәләр диңгеҙ транспорты менән йыраҡ илдәргә оҙатыла һәм оҙаҡ йылдар фабрика бренды булып ҡала[3]. Икенсе донъя һуғышынан һуң, Задар Югославия эсендә ҡала. Дуксардоның балалары Падуи ҡалаһы янында мараскин ликёрын етештереүсе яңы завод асалар. Хәҙер уларҙың ликеры «Luxardo Maraschino» тип алала, ә хорватса исеме  «Original Maraschino from Zadar».

Десерт, туңдырма, еләк-емеш салаттарында үҙенсәлекле тәм биреү өсөн мараскин ликёры ҡуллынала..

  • Мараскин сейәләре
  • Коктейль сейәһе
  1. On this point see: Giorgetta Bonfiglio Dosio, La fabbrica di maraschino Francesco Drioli di Zara (1759–1943) Inventario dell’Archivio. Introduction by Giorgetta Bonfiglio Dosio, Francesca (Didi) Salghetti-Drioli, Rita Tolomeo, (Fonti e strumenti per la storia d’ impresa nel Veneto), Cittadella, Biblos, 1996, cit in bibl.
  2. On this point see: Giorgetta Bonfiglio Dosio, La fabbrica di maraschino Francesco Drioli (1759–1943), Inventario dell’ Archivio, cit. e cit in bibl.
  3. On this point see: Antonio Teja, La fabbrica di maraschino F. Drioli all’epoca del suo fondatore (1759–1808), la sua importanza nel quadro dell’industria zaratina dei rosoli, cit. e cit.in.bibl.

Ҡалып:Алкогольные напитки